Бөгөн  Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте 26.02.2016

Республика төбәктәренән йыйылған тармаҡ белгестәре кәңәшмәлә йылға йомғаҡ яһап, яңы маҡсаттар билдәләне.

Һөҙөмтәләрҙе үҙ сығышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы министры Сергей Афонин барланы. Күрһәткестәргә килгәндә, былтыр республикала торлаҡ фондын капиталь төҙөкләндереүгә 2 миллиард 435 мең һум аҡса йүнәлтелгән, 1012 йорт ремонтланған, 160 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ведомство капиталь төҙөкләндереү иғәнәләре ваҡытында түләнеүен дә күҙәтә. 2014 йылда күрһәткес 50 процент кимәлендә булһа, былтыр ул 80 проценттан ашҡан. Быйыл министрлыҡ иҫкергән лифттарҙы алмаштырыу эшен әүҙемләштереү, социаль объекттарҙың йылытыу системаларын модернизациялауҙы башлауҙы бурыс итеп ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика