Башҡортостан Президенты Венгрияның Екатеринбургтағы  Генераль консулы Шандор Молнариҙы ҡабул итте 15.10.2014

Осрашыуҙа һүҙ ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары хаҡында барҙы.

Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, республиканың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Беҙҙә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, киләсәктә Венгрия эшҡыуарҙарын да көтөп ҡалабыҙ. Әле ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел, тине республика етәксеһе. Былтырғы күрһәткестәр буйынса Башҡортостан менән Венгрия араһындағы тауар әйләнеше 1 миллиард ярым доллар тирәһе.

Венгрҙар Башҡортостан менән агросәнәғәт комлексында хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Үҙәк Европалағы был дәүләттә йәшелсәселек, ҡошсолоҡ тармағы үҫешкән.

Шандор Молнари, Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы: «Мин Башҡортостанда тәүге тапҡыр, бик оҡшаны. Был осрашыу оҙайлы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыр тип уйлайым. Беҙҙең теплицалар төҙөү, йәшелсә-емеш һаҡлау буйынса бай тәжрибәбеҙ, уңышлы проекттарыбыҙ бар. Шулай уҡ мал, ҡош-ҡорт тотоу өсөн объекттар төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек итергә мөмкин».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика