Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда үткән Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты 19.12.2014

Кәңәшмә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә һәм  хәрби хеҙмәткә әҙерлек мәсьәләләренә арналды.    

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү бөгөн көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе һанала.  Шуға ла әле илдең барлыҡ төбәктәрендә лә хәрби-патриотик үҙәктәр һәм  оборона-спорт лагерҙары төҙөлә, ошо юҫыҡта  күләмле проекттар ғәмәлгә ашырыла.  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Рәсәйҙә эҙәрмәндәр отрядтарының әһәмиәте юғалмай. Шулай уҡ геройҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ветерандарҙың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре арта.
Михаил Бабич  фекеренсә, гражданлыҡ-патриотик тәрбиәне бала саҡтан башларға кәрәк. Бөгөн Рәсәй үҙенең лайыҡлы йәштәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Сөнки улар үҙ илен ярата, әммә бының өсөн тарихты, традицияларҙы белеү мөһим. Әлбиттә, бындай йәштәр фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә үҙ урынын табырға тейеш. Шуға ла беҙҙең  маҡсат бар көстәрҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтеү, тине  Тулы хоҡуҡлы вәкил. Башҡортостан Президенты совет ултырышында күтәрелгән  мәсьәләнең етди булыуын билдәләне. Әле республикала эшләп килгән  Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында,   Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернатында һәм  һигеҙ кадет синыфында 2 меңгә яҡын бала белем ала. Шулай уҡ хәрби-патриотик клубтарҙа 8 мең самаһы үҫмер тәрбиәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика