Бөгөн - Башҡортостан Конституцияһы көнө

Бөгөн - Башҡортостан Конституцияһы көнө 24.12.2014

Республиканың төп законы  1993 йылда ҡабул ителде. Үҙгәрештәр дәүерендә конституция республикаға хоҡуҡи дәүләт, Рәсәйҙең иҡтисади үҫешкән һәм сәйәси тотороҡло төбәге булып формалашыу мөмкинлеге бирҙе.

Конституция нигеҙендә заманса дәүләт власы органдары төҙөлдө, урындағы үҙидаралыҡ камиллашты,  закондар сығарыу системаһы ойошторолдо. Төп законды ҡабул итеү Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда тәрән ижтимағи-сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Унда тәүге тапҡыр илдә конституцион хоҡуҡ, дәүләтселек һәм федератив мөнәсәбәттәр үҫеше, беренсе  күп милләтле республикабыҙҙың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынды. Республика Конституцияһы демократик дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын, урындағы үҙидара системаһын төҙөү, халыҡ өсөн эҙмә-эҙлекле иҡтисади һәм социаль сәйәсәт алып барырға ныҡлы сәйәси-хоҡуҡи нигеҙгә әйләнде.  Башҡортостандың ҡаҙаныштары, иҡтисадтың,  социаль, рухи-мәҙәни өлкәнең йылдам үҫеше, ауыл һәм ҡала халҡының тормош шарттарының яҡшырыуы төп закондың юғары ижади потенциалына бәйле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә йылдарға тиң тарихи юл үтелде. Һөҙөмтәлә республикабыҙ Рәсәйҙең үҫешкән, терәк төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Мөһим дәүләт документы булараҡ Конституция ҡануниәтте артабан камиллаштырыуҙы, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто, кешеләрҙең азатлығын һәм хоҡуҡтарын ышаныслы яҡлауҙы, социаль прогрестың дәүләт стратегияһын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика