Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составы тәүге ултырышҡа йыйылды

 Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составы тәүге ултырышҡа йыйылды 15.10.2014

Осрашыуҙа республиканың 2030 йылға тиклем транспорт стратегияһы ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, транспорт системаһына ҡағылған документ Башҡортостандың иҡтисади үҫешен, инвестиция проекттарын иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш. Бында һүҙ автомобиль юлдары тураһында ғына түгел, һауа, һыу, тимер юлы транспорты хаҡында ла бара. Республикала 38 мең километрҙан ашыу автомобиль юлы бар, әммә киләсәктә уны арттырыу зарур. Мәҫәлән, әле баш ҡаланы төньяҡ-көнсығыш төбәктәр менән бәйләгән юл юҡ, Силәбе өлкәһе аша йөрөргә тура килә. Шулай уҡ Ағиҙел һыу портын төҙөү талап ителә. Тимер юлы һуҙыу, М5 һәм М7 трассаларын тоташтырған тоннель һалыу ҙа мөһим маҡсаттарҙың береһе. Транспорт системаһын камиллаштырыу өсөн миллиардтарса һум аҡса талап ителә, финаслау федераль бюджет һәм инвесторҙар иҫәбенә алып барыласаҡ. Рөстәм Хәмитов стратегик документты ҡабул итер алдынан тағы бер ентекләп ҡарап сығырға, өҫтәмәләр индерергә ҡушты.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку