Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара Юнеско ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты 10.07.2014

Делегаттар Башҡортостанға Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә инеүгә дәғүә итеүсе «Башҡорт Уралы» объектын ҡарау өсөн килгән. Был маҡсатта халыҡ-ара эксперттар Белорет һәм Бөрйән райондарындағы ҡурсаулыҡтарҙы барып ҡараясаҡ. Бөгөн шулай уҡ Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Юнеско кафедраһы асыла.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, халыҡ-ара ойошма менән эшмәкәрлек һәм «Башҡорт Уралы» объектын Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү республиканың халыҡ-ара имиджына ыңғай йоғонто яһай.
Стефано де Каро, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса халыҡ-ара үҙәктең генераль директоры: «Был объектта туризмды үҫтереү мөмкинлектәре бар. Башҡорт Уралы шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәни донъяһын бар бар тулылығында сағылдыра. Башҡортостан - бик күп халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлаусы төбәк».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика