Бөгөн Башҡортостан башлығы «Ростех»  дәүләт корпорацияһын ингән  авиация предприятиелары  эшмәкәрлеге менән танышты 28.01.2016

Рөстәм Хәмитов   Өфө агрегат етештереү берекмәһендә, «Молния» фәнни-етештереү предприятиеһы менән «Гидравлика» йәмғиәтендә булды. Был заводтар илдең оборона ҡеүәте һәм авиация өлкәһенең ныҡлы терәге булып тора.

Өфө агрегат етештереү берекмәһендә авиация ҡорамалдары эшләнә. Завод сығарылған  деталдәрҙе  Рәсәй  самолеттарының һәр ҡайһыһында табырға мөмкин.  «Ростех» вәкилдәре  предприятиеның  етештереү  цехын ҡараны, продукция ассортименты менән танышты. Башҡортостан етәксеһе  илдә аналогы булмаған закон өсөн профилле кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды.
Әлеге ваҡытта предприятиела ике меңгә яҡын кеше эшләй. Күптән түгел  завод финанс ауырлыҡтар кисерә ине.  Әммә бынан өс йыл элек Оборона министрлығынан эре заказ алғас, көрсөктән сыға алғандар. Әлеге көндә предприятиеның иҡтисади хәле ярайһы уҡ яҡшы һәм улар киләсәккә өмөт менән ҡарай.  
Игорь Зарембо, Өфө агрегат етештереү берекмәһенең техник директоры: «Былтырғы кеүек үк, быйыл да заказдарыбыҙ етерлек. Программа 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән. Әле ваҡытта сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән деталдәр менән алыштырыу буйынса  маҡсатлы эш алып барыла».
«Молния» фәнни -етештереү предприятиеһы ла   авиация двигателдәренә электрон деталдәр етештереү менән шөғөлләнә.  Предприятиеның төп йүнәлеше - авиация сәнәғәте булыуға ҡарамаҫтан, биш йыл элек яғыулыҡ-энергетика комплексына ла кәрәк-яраҡтар етештерә башлаған.  Шул арҡала заказдар ҙа бермә-бер артҡан. Заводта өс конструктор бюроһы эшләй һәм бар деталдәр ҙә урындағы инженерҙар асышы. Йәмғеһе бында ете йөҙ кеше хеҙмәт итә. Етәкселек ҡул көсөн шул иҫәптә ҡалдырып етештереү күләмдәрен арттырыуҙы күҙаллай. Сит илдәге ошондай заводтар йылына йөҙ миллион доллар килем ала. Беҙ ҙә ошо күрһәткестәрҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ти предприятие етәкселеге.
Евгений Распопов, «Молния» фәнни-етештереү предприятиеһы генераль директоры: «Украина баҙары ябылыу менән бер аҙ ауырлыҡтар ҙа кисерҙек. Етештереү күләменең өстән бер өлөшө тап ошо илгә йүнәлтелгән ине. Концерндың , оборона министрлығының тырышлығы менән көрсөктән сыға алдыҡ. Заказдар әле  бик күп килә. Авиация, космос, дигеҙ техникаһына кәрәк-яраҡтар эшләйбеҙ».
«Гидравлика» йәмғиәте авиация техникаһына ярҙамсыл двигателдәр эшләүсе иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Бынан тыш, ул  авиация һәм космос техникаһында ҡулланылған  һығылмалы көпшәләр етештереүсе берҙән-бер завод. «Гидравлика»ның да етештереү күләме Украина баҙарына бәйле ине. Хәлде улар бығаса сит илдәрҙән һатып алынған агрегаттарҙы етештерә башлау менән көйләй алған. Республика өсөн дә был предприятиеның  уңыштары үтә әһәмиәтле.  
Өфөләге оборона предприятиеларында баш ҡала халҡының шаҡтай ҙур өлөшө эшләй. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә генә 20 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Шуға күрә  был предприятиеларҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн республика мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика