Бөгөн баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды

Бөгөн баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды 06.11.2015

Сара Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙҙы. 50 мең квадрат метрҙа сауҙа үҙәге, ҡунаҡхана, офистар урынлашасаҡ.

Башҡортостан ерендә Цзянси провинцияһының тәүге ташы барлыҡҡа килде. Ул ике төбәк араһында урынлашҡан бәйләнеш символы, ә инде ошо урында ҡалҡып сығасаҡ «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәк уртаҡ хеҙмәттәшлектең тәүге емеше булыр тип көтөлә. Ҡарар  ҡабул ителгән, объекттың яҡынса хаҡы 3 ярым миллиард һум.
Лю Хунюань, эшҡыуар /Ҡытай/: «Халыҡ-ара эшлекле үҙәк 30 ҡатлы бинала урынлашасаҡ. Бында Цзянси провинцияһының мәҙәниәт үҙәге, ҡытай медицинаһы клиникаһы, ҡунаҡхана һәм офистар буласаҡ. Шулай уҡ Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына Ҡытайҙа етештерелгән тауарҙар тәҡдим итергә иҫәп тотабыҙ».
Төҙөлөштө Ҡытай компанияһы алып барасаҡ. Алда әле проектты раҫлау бурысы, ә бына ике ил йәштәре араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу инде бөгөн көн талабы. Башҡорт дәүләт университетында 87 ҡытай студенты белем ала. Улар яңы урында юғалып ҡалмаһын, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаһын өсөн уҡыу йорто нигеҙендә йәштәр клубы булдырылды.
Үҙ сиратында 60 Башҡортостан студенты Ҡытай университеттарында белем ала. Яҡташтарыбыҙ өсөн дә клуб файҙалы булыр тип ышанғы килә. Сит ил студенттары иһә Өфөлә күп дуҫтар табыуын, бында уларға оҡшауы тураһында белдерә.      
Шул уҡ ваҡытта ике илдең бизнес даирәләре араһында һөйләшеүҙәр дауам итә. Эшҡыуарҙар үҙ проекттарын тәҡдим итә, инвестициялау шарттарын билдәләй. Ҡытай вәкилдәрен айырыуса ауыл хужалығы, сәнәғәт, төҙөлөш трамаҡтары ҡыҙыҡһындыра.
Шулай уҡ осрашыуҙар төбәк предприятиелары нигеҙендә лә үтә. Бында инде аныҡ һөйләшеүҙәр үткәреү ҡаралған. Мәҫәлән, бөгөн сит ил делегацияһы «Алексеевский» колхозы һәм «Өфө» индустриаль паркы эшмәкәрлеге менән танышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика