Бөгөн 2016 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте 10.10.2016

Йылдағыса, наградаға киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе журналистар, авторҙар коллективы дәғүә итте. Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына  9 ижадсының эштәре тәҡдим  ителгәйне. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә конкурс комиссияһы йәмәғәтселек фекерен дә, ҡатнашыусының шәхси ҡаҙаныштарын да иҫәпкә алған.

Гүзәл Хәмитова беҙҙең телеканалдың ғына түгел, кәмендә төбәгебеҙҙең иң ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Тапшырыу төшөрөү өсөн ул бер нәмә алдында ла туҡтап тормай: тәрән мәмерйәләргә төшә, тәрән көрттәр кисеп тауҙарға менә, йылғалар буйлап ағыла. «Эҙәрмән» тапшырыуы концепцияһы унан шәхси рәүештә туристик маршруттарҙы үтеп, файҙалы кәңәштәр биреүҙе талап итә. Ҡайһы саҡта был күңелһеҙ тамамлана.
Ҡыйынлыҡтар Гүзәл Хәмитованы тик сыныҡтыра ғына. Ул Башҡортостан тәбиғәтен өйрәнеүен дауам итә, яңы проекттарға тотона. Уның энтузиазмы, эшенең һөҙөмтәләре сираттағы тапҡыр юғары баһаланды.
Гүзәл Хәмитова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тип таныла. Унан башҡа хөкүмәт наградаһы «Рәсәй гәзите»нең Өфө филиалы хәбәрсеһе Гөлназ Данилова менән «Киске Өфө»нән журналист Фәүзиә Мөхәмәтшинаға тапшырылды. Һеҙҙең эшегеҙ ысын мәғәнәһендә йәмғиәттең ҡарашын сағылдыра, һеҙ һәр мәсьәләнең айышына төшөнөп эшләйһегеҙ тип билдәләп китте бүләкләү тантанаһында Республика Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Премия лауреаттары тәү сиратта уҡытыусыларына рәхмәт белдереп, киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтен яҡлап эш итәсәген белдерҙе.  
Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреттары киләсәктә тауҙар аҡтарырға иҫәп тота. Мәҫәлән, Гүзәл Хәмитова «Шүлгәнташ» мәмерйәһе тураһында документаль фильм төшөрөү ниәте менән яна. Сөнки Башҡортостаныбыҙҙың иң сағыу тәбиғи ҡомартҡыһы әле һаман Юнеско тарафынан һаҡланған объекттар исеменә индерелмәгән. Коллегабыҙ яңы проекты менән ойошманы быға күндерергә иҫәп тота. Уға ҡыйыу аҙымында уңыштар теләргә генә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика