Һайлау буйынса һорауҙар юҡ 26.10.2016

Үткән аҙнала Республикаға эш сәфәре менән Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Сергей Сироткин һәм Евгений Шевченко килгәйне. Сәфәр ваҡытында Мәскәү ҡунаҡтары сәйәси кампания барышында теркәлгән ҡағиҙә боҙоуҙар һәм улар буйынса булған мөрәжәғәттәр менән танышты.

Мәҫәлән,төбәктәге сәйәси партиялар етәкселәре менән осрашыуҙа ҡайһы бер һайлау участкаларына күҙәтеүселәрҙең индерелмәүе, бюллетендәрҙең дөрөҫ иҫәпләнмәүенә ялыуҙар булғайны. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Мәскәү коллегалары, шулай уҡ етешһеҙлектәр буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ҡатнашлығында бөтә осраҡтарҙы ла ентекле тикшергән. Был маҡсатта  төрлө документтар өйрәнелгән, видеотеркәү ҡоролмаларының яҙмалары ҡабаттан ҡаралған. Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, тикшереү һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, был тәңгәлдә закон боҙоу осраҡтары табылманы тип белдерҙе. Билдәләнеүенсә, ғәйепләүҙәр буйынса төплө дәлилдәр ҙә килтерелмәгән. Дөйөм алғанда быйылғы сәйәси кампанияға республикала бөтәһе 415 ялыу булған. Уларҙың 2-һе нигеҙле, 2-һе өлөшләтә нигеҙле тип танылған. Тағы ла 12 осраҡ буйынса суд тикшереүе дауам итә.
Наилә Алтынова, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары: «Судҡа 12 мөрәжәғәт булды, 4-һе буйынса тикшереү тамамланды, судҡа мөрәжәғәт итеүселәр территориаль һайлау комиссияһы ҡарарын үҙгәртә алманы. Шуны әйтеп үткем килә,  хәҙер инде Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына дәғүәләр белдереү ваҡыты үтте, артабан тик суд органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика