Һайлауҙарға тиклем 3 көн ваҡыт ҡалды

Һайлауҙарға тиклем 3 көн ваҡыт ҡалды 09.09.2015

Әммә   алдан тауыш биреү башланған даинде, участкалар 2-се  сентябрҙән үк ишектәрен асты.  Йәкшәмбе көнө  йәшәгән ерендә була алмаусылар гражданлыҡ позицияһын әле үк үтәп ҡуя ала.  

Лира Ястребова  уҡыусыларҙы  музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә, әммә моң донъяһында йөҙгәндә лә ул сәйәси ваҡиғалар хаҡында онотмай.  Йәкшәмбе  гастролгә юлланабыҙ, шуға күрә алдан уҡ тауыш биреп ҡуйырға уйлайым, республиканың сәйәси-ижтимағи тормошонан  ситтә ҡалғым килмәй, ти ул.
Лира Ястребова, музыка уҡытыусыһы: «Мин һайлауҙарҙа һәр ваҡыт ҡатнашам,  ә муниципаль һайлауҙарҙы айырыуса мөһим тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, битараф булырға ярамай,  ыңғай үҙгәрештәр халыҡтың әүҙемлегенә  лә бәйле».
Лира Ястребова һымаҡ гражданлыҡ бурысын алдан үтәп ҡуйыусылар байтаҡ. Мәҫәлән, Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан 38-се һайлау участкаһында әйтеүҙәренсә, 2-сентәбрҙән алып 100-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Айгөл Сәйетова, Калинин районының 38-се һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары: «Алдан тауыш биреүселәрҙең бюллетене конвертҡа һалынып йәбештьтрелеп ҡуйыла,  конвер тышында ике кешенең ҡултамғаһы булырға тейеш. Ул сейфҡа бикләнә һәм мисәтле ҡағыҙ  менән нығытыла. Алдан тауыш биреүселәрҙең бюллетене йәкшәмбе  һайлауҙар башланыр алдынан ғына  йәшниктәргә төшөрөлә».
Йәкшәмбе көнө муниципаль берәмектәргә депутаттар һайлана,  социологтар фекеренсә был халыҡ иң әүҙем ҡатнашҡан сәйәси  компанияларҙың береһе. сөнки урындағы  депутаттар халыҡҡа иң яҡын торған власть органы, шуға күрә был  һайлауҙарға ҡыҙыҡһыныу көслө.
Ә бына туймазылар менән кумертауҙар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ла депутаттар  һайлаясаҡ. Бөгөн улар бюллетендәрҙе ҡабул итте.Республикала 6 тиҫтәгә яҡын сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәләре бар, уларҙың яҡынса 50-һенең  үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән . Бөтәһе  7 мең 310  мандат өсөн 15 меңдән ашыу дәғүәсе көрәш алып барасаҡ. Йәғни бер урынға ике кандидат тип әйтергә мөмкин.
Һайлау участкалары 2-се сентябрҙән үк эшләй башлаған.  Әммә был бөтә кешеләр ҙә  алдан тауыш бирә ала тигәнде аңлатмай. Был хоҡуҡ менән файҙаланыу өсөн мөһим сәбәп булырға тейеш. Мәҫәлән, эш буйынса сәфәргә юлланыу,  ситкә ял итергә китеү һәм башҡалар. Уларға үҙҙәренең һайлау участкаларына  шәмбе төшкө бергә тиклем мөрәжәғәт итергә ммөкин. Башҡалар  гражданлыҡ бурысын йәкшәмбе-берҙәм тауыш биреү көнөндә үтәй ала.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика