Һайлауҙарҙа күҙәтеүселәр видео һәм фото төшөрөү хоҡуғын ала

Һайлауҙарҙа күҙәтеүселәр видео һәм фото төшөрөү хоҡуғын ала 03.03.2016

Әммә хәҙер уларҙың һаны бер партиянан йәки кандидаттан икәүҙән дә артырға тейеш түгел һәм  күҙәтеүселәр тауыш биреүгә өс көн ҡалғансы теркәлеп өлгөрөргә бурыслы.

Дәүләт Думаһына һайлауҙарға  ошо һәм башҡа  яңылыҡтар  индерелгән.  Бөгөн ҡануниәттәге һайлауҙарға ҡағылышлы бар үҙгәрештәр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында үткән кәңәшмә лә ҡаралды.  Осрашыуға бөтә сәйәси фирҡәләрҙең  төбәк бүлексәләре вәкилдәре саҡырылған. Уларға һайлау фонды төҙөү нескәлектәре аңлатылды. Әйткәндәй, матубғат сараларына ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа бар, хәҙер тауыш биреү көнөн яҡтыртасаҡ журналистар  өс көн алдын  аккредитация бирергә тейеш.
Наилә Алтынова, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары: «Рәсәйҙә һигеҙ тиҫтәгә яҡын сәйәси фирҡә бар, Башҡортостандағы төбәк бүлексәләре аҙыраҡ.  Беҙ улар менән һайлауҙарға әҙерлекте, аңлатыу эштәрен күптән башлағанбыҙ. Закондағы һәр үҙгәреш менән таныштырып торабыҙ. Бөгөнгө осрашыу ҙа ошо маҡсатта ойошторолдо».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика