Һайлау алды компанияһында ғәҙәттән тыш хәл

Һайлау алды компанияһында ғәҙәттән тыш хәл 15.08.2016

Бөгөн Өфөлә  Һайлау буйынса уҙғарылған матбуғат конференцияһына  ике ир  рөхсәтһеҙ килеп инде. Әммә кәңәшмә көн тәртибенән тайпылманы.  

Һайлауға әҙерлек барышы хаҡында матбуғат конференцияһы  көтөлмәгәнсә башланды. Залға ҡапыл  ике егет килеп инде. Улар спикерҙар ултырған өҫтәл янына үтте. Фотоаппаратына  видеояҙма төшөрөп, телефон аша  кем менәндер ҡысҡырып һөйләшеп сығып китте. Йәш егеттәр  был тәртипһеҙ   ҡылығы менән өҫтәмә  билдәлелек  яуларға уйлағанмы, йәки башҡа ниәттәме.... Хәйер,  сәйәси компания  ваҡытында  ошондай хәлдәргә аптырайһы түгел.  Ризаһыҙлыҡ, дәғүә белдереүселәр етерлек.      
Ялыуҙар  менән килеүселәрҙең  мөрәжәғәттәре  нигеҙһеҙ тип табылған, һәр хәлдә, төбәктә һайлау ғәҙел һәм ойошҡан үтһен өсөн барыһы ла эшләнә. Дәүләт Думаһының яңы составына Башҡортостандан бер мандатлы округтар буйынса алты депутат һайлана.  
Һайлауҙа   федераль исемлек буйынса  14 партия  ҡатнаша.  Сәйәси фирҡәләрҙән тәҡдим ителгән 63 кандидаттың 50-һе теркәлгән.  Берҙәм тауыш биреү көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ла депутаттар һайлаү үткәрелә. Инорс һәм Нарыш бер мандатлы округтарынан  мөһим компанияла ҡатнашырға   дәғүә иткән 10 кандидаттың 8-е теркәлгән. Ҡалған икеһе  халыҡтан 1700 имза йыйыуға өлгәшә алмаған.    Ҡала округтары советына һәм ауыл биләмәһе советтарына депутатлыҡҡа  биш меңгә яҡын кандидат теркәлгән.  
Марина Долматова, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы секретары: «Участкаларҙа әле әҙерлек бара. Һайлау комиссияһы ағзаларына уҡыуҙар үткәрелә. Һайлаусылар исемлеге төҙөлә. Беҙ ветерандарға һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә айырыуса  ҙур иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ  был мөһим компанияла тәүге тапҡыр  ҡатнашыусыларҙың исемлеге  барлана».
Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһында Башҡортостандан нисә депутат буласағы, һайлаусыларҙың партиялар исемлеге өсөн тауыш биреүенә бәйле. Беҙ халыҡтың һайлауҙарға ҡарата фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Һайлау участкалары  рәсми рәүештә 7 сентябрҙән эш башлай.  Тап ошо көндән һәр кем үҙенең  һайлаусылар исемлегендә булыу-булмауын белә ала.  Һайлау участкаларында шулай уҡ 18 сентябрҙә  теге йәки был сәбәптән  йәшәгән  урынында була алмаусыларға  гражданлыҡ бурысын башҡа  ерҙә  үтәү мөмкинлеге биреүсе таныҡлыҡтар тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика