Һайлауҙа етди хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, сәйәси компанияның законлылығын халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә иҫбатланған 26.09.2016

Был турала бөгөн Республика башлығы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе. Һайлау тамам, хәҙер халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәк,  башҡарылған эштәр хаҡында даими отчет талап ителәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһына 15 депутат үткән, уларҙың төп өлөшө, йәғни ун бере «Берҙәм Рәсәй»ҙән. Халыҡ һайланыусыларының барыһы ла  республикала һәм  илдә  билдәле шәхестәр.  Етенсе саҡырылышта элекке составтан ҡалыусылар ҙа, яңылары ла бар. Һайлауға  халыҡтың 70 проценты килһә, күпселек тап «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биргән, был бик  яҡшы  күренеш, ышаныслы һәм лайыҡлы еңеү, тине Рөстәм Хәмитов.
Беҙҙең республика «Берҙәм Рәсәй»ҙәр өсөн тауыш биреү буйынса алдынғы биш төбәк исемлегенә инә. Был сәйәси фирҡәнең  абруйы хаҡында һөйләй. Яңы состав та ошо юғары баһаны лайыҡлы эштәре тулыландырырға ниәтләй.
Эште һайлау бөтмәҫ элек башлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, депутат Зариф Байғусҡаров  халыҡ наказдарын үтәүгә тотонған да инде. Ул эште төрлө тармаҡ белгестәре менән берлектә алып барырға ниәтләй. Һәм йыл һайын йәмәғәтселек алдында яуап тоторға ла уйлай.
Республикала Дәүләт Думаһынан тыш, ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм район-ҡала советтарына депутаттар һайланды. Барлығы 1 мең 800 мандат. Кимәл төрлө булыуға ҡарамаҫтан, маҡсат  уртаҡ - республика, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу.
Һайлауҙа еңеү аванс менән бер, төп баһа саҡырылыш дауамында башҡарылған эштәр өсөн бирелә. Еңеү иңдәргә яуаплылыҡ та һала, тип билдәләнде конференцияла. Сарала депутат булып һайланған Рәмзил Ишһарин урынына төбәк бүлексәһенең яңы етәксеһе  лә тәҡдим ителде. Был вазифаға «Аҡбуҙат» ипподпромы директоры булып эшләгән Руслан Ғиззәтуллиндың кандидатураһы ҡарала.
Республикала һайлаусыларҙың 1 миллион 200 мең тирәһе «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биргән, был яҡынса 56 процент. Хәҙер инде депутаттар алдында биргән вәғәҙәләрен үтәү, халыҡтың ышанысын аҡлау бурысы тора. Башҡортостан депутаттары ил парламентында ла республика мәнфәғәтен яҡларға тейеш, һорау ҙур буласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика