«Авдон» ҡошсолоҡ фабрикаһы етештереү күләмдәрен арттыра 17.09.2015

Хәҙер предприятие айына 60 миллион дана йомортҡа етештереү ҡеүәтенә эйә. Быға биналарҙы төҙөкләндереп яңы линиялар сафҡа индереү этәргес биргән. Элек фабрикала айына 45 миллион йомортҡа сығаралар ине. Инвестиция проекты һөҙөмтәләре менән  Рөстәм Хәмитов танышты.

Әнисә Әсәҙуллина ҡошсолоҡ фабрикаһында утыҙ йылға яҡын эшләй. Предприятие үҫешендәге һәр яңылыҡты үҙ иңемдә татыным, ти ул. Ләкин һуңғы үҙгәрештәр күпте күргән хеҙмәткәр өсөн дә һынылышлы ваҡиға. Ҡошсолоҡ фабрикаһы һуңғы технологияларға ҡоролған эш алымына күсте.
Заманса технологиялар продукция сифатын да яҡшыртҡан. Элекке шарттарҙа йомортҡаларҙың байтаҡ өлөшө түбән сорт алһа, хәҙер иһә халыҡҡа таҙа һәм юғары сортлы  продукция оҙатыла.
Эш урыны уңайлыҡтары тураһында һөйләп тораһы ла түгел, ти хеҙмәткәрҙәр. Рәттәр иркен, барыһы ла буй етерлек ерҙә. Иң мөһиме ҡош һарайҙарында таҙалыҡ урынлашҡан.
Технологияларҙы яңыртыуға ҡошсолоҡ фабрикаһы 7 йөҙ миллион һум аҡса тотонған. Шул иҫәптән республика күрһәткән ярҙам 70 миллион һум. Бындай ҙур проектты хөкүмәт ярҙамынан тыш атҡарыу сығып мөмкин дә түгел. Шулай ҙа  сығымдар үҙен тиҙ арала аҡлаясаҡ, ти компания етәкселеге.
Эске йыһазландырылыш, таҙалыҡ һәм продукция сифаты һис шикһеҙ мөһим күрһәткес. Ләкин һәр предприятиела булған кеүек ҡошсолоҡ фабрикаһының да үҙ ҡалдыҡтары бар. Тирә-йүндә йәшәүселәрҙең баш бәләһе-тауыҡ тиҙәге. Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында 2 миллион ярым тауыҡ иҫәпләнә. Уларҙан айына ғына 9 мең тонна тиҙәк сығаралар. Рөстәм Хәмитов ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһен дә тиҙ арала хәл итеү бурысы ҡуйҙы.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һуңғы этап -тиҙәк эшкәртеү цехтарын яйға һалмай тороп алға китеү мөмкин түгел. Етештереү ҡеүәтен арттырыу һис шикһеҙ яҡшы күренеш, әммә ҡалдыҡтарҙы эшкәртмәй тороп предприятиены тулы циклда эшләй, тип әйтеп булмай.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика