Ауылдан Кремлгә тиклем

Ауылдан Кремлгә тиклем 23.03.2015

Башҡортостанда Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылында тыуып үҫеп, тотош илгә етәкселек итеүгә тиклем хеҙмәт юлын үткән бөйөк шәхес - Зыя Нуриевтың йөҙ йыллығына арналған тантаналы саралар үтә. Советтар Союзы сәнәғәтен һәм ауыл хужалығын донъяуи бейеклектәргә күтәргән дәүләт эшмәкәре 2012 йылдың 19 октябрендә  97 йәшендә беҙҙең аранан китте. Ләкин халыҡ күңелендә абруйлы яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңге һаҡланасаҡ. Илдең баш ҡалаһында һәм Өфөлә Зыя Нурый улының иҫтәлегенә таш һын һәм аллея барлыҡҡа килде.

Уның һуңғы теләге - тормош иптәше Айһылыу ханым  менән ер ҡуйынында ла бергә ятыу. Зыя Нуриевты Новодевичьево зыяратында ҡатыны янында ерләйҙәр. Ошо көндәрҙә күренекле яҡташыбыҙ ҡәберлегендә таш һындар ҡалҡып сыҡты. Ауыл мәктәбе уҡытыусыһынан алып Советтар Союзының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫарына тиклем оло юл үткән шәхес һәм бар эштәренә лә ҡанат ҡуйыусы ябай ҡатын һыны.
Мәскәүҙә яҡташыбыҙ 1969 йылдан алып хеҙмәт итә. Тәүҙә ул әҙерләмәләр дәүләт комитетын, һуңынан министрлығын да етәкләй. Дүрт йылдан һуң Советтар Союзы етәкселәренең береһе булып китә. Зыя Нуриевты Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡортостандан Зыя Нурый улына тиклем һәм унан һуң да  был тиклем юғары вазифаға өлгәшкән  дәүләт эшмәкәрҙәре юҡ.  
Шулай ҙа тыуған Башҡортостаны менән уны тағы ла бөйөгөрәк эштәр һәм юғары үрҙәр бәйләй. Республика Зыя Нуриев етәкләгән осорҙа үҙенең сәскә атыу осорон кисерә. Яҡташыбыҙ үҙ исемен тарихҡа имәңгелеккә уйып ҡалдыра.  Өфөлә яҡташыбыҙ исемен йөрөткән сквер барлыҡҡа килде. Уны асыуҙа шәхестең туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Республикала уның исеме менән бәйле  ҡаҙаныштар һанап бөткөһөҙ. 1957 йылда Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып тәғәйенләнгәс, төбәктә сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө, мәғарифта ҙур алға китеш күҙәтелә. Дәүләт эшмәкәренең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға арналған тантаналы ултырышта сығыш, яһап Рөстәм Хәмитов Зыя Нуриевтың исеме республика тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылыуын билдәләне.
Уның фиҙәҡәр хеҙмәте Социалистик Хеҙмәт Геройы,  биш тапҡыр Ленин, шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары  менән билдәләнә. Зыя Нуриевтың тормош һәм хеҙмәт юлы шәхес үҙе яҙған ,,Ауылдан Кремлгә тиклем,, китабында ентекләп яҙылған. Яҡташыбыҙ унда Индира Ганди, Мао Цзэдун, Эрих Хонеккер менән осрашыуын, Брежнев, Горбачев һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре менән эшләү дәүерен тасуирлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика