Ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре бөгөн Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй газетаһы хәбәрселәре менән осрашыуында ла күтәрелде 03.11.2015

Республика башлығы әйтеүенсә, төбәктә ҡеүәтле аграр комплекстар етешмәй. Хужалыҡтарҙы берләштереү эше бара , әммә фермерҙар үҙҙәре был эш алымына психологик йәһәттән әҙер түгел.

Рәсәй газетаһы хеҙмәткәрҙәрен тәү сиратта республиканың социаль-иҡтисади хәле ҡыҙыҡһындырҙы.  Рөстәм Хәмитов төбәктең ныҡлы тармаҡтарының береһе тип ауыл хажалығын билдәләне. Шулай ҙа агросәнәғәт комплексын камиллаштырыу кәрәк.
Бындай эре проекттар республикала мотлаҡ буласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Әле шундайҙарҙың береһе буйынса Италия инвесторҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Башҡортостан вәкилдәре был илдә ошо көндәрҙә генә булып ҡайтты. Рөстәм Хәмитов унда ике тиҫтәгә яҡын  бизнес вәкилдәре менән осрашты.
Шулай ҙа Башҡортостандың иң әүҙем партнерҙары-Ҡытайҙар. Был аҙнала сит илдең Цзянси провинцияһынан бер төркөм миллиардерҙар килеүе көтөлә. Улар урындағы эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек нығытырға, берҙәм проекттар башларға теләй.
Бындай инвестиция сәйәсәте артабан да дауам итәсәк. Ҡаҙнаның дефицитлы булыуына ҡарамаҫтан , инфраструктура менән ярҙам итеү булһынмы, йә иһә һалымдар кәметеүме, улар алдындағы бар бурыстар үтәләсәк , тине республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика