Атырау ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлеккә арналған XI төбәк-ара форум бара

Атырау ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы  хеҙмәттәшлеккә арналған  XI төбәк-ара форум бара 30.09.2014

Дәүләт башлыҡтары Владимир Путин менән Нурсолтан Назарбаев ҡатнашҡан сарала  Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла бар.

Углеводород өлкәһендә инновациялар темаһына арналған форум сиктәрендә күргәҙмә лә эшләй. Былтыр Астанаға эшлекле сәфәре барышында республика етәксеһе «Ҡаҙағстан - беҙҙең өсөн перспективалы партнер» булыуын билдәләгәйне. Шуға ла форум барышында төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, атап әйткәндә, нефть һәм газ өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса етди һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ.

Форум сиктәрендә бөгөн Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың Атырау өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Атырау өлкәһе акимы Баҡтыҡожа Ихмухәмбәтов ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Президенты форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгән осорҙа Өфө менән Ҡаҙағстан ҡалалалары араһында тура авиация бәйләнеше булдырыу мөһим. Шулай уҡ Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙе тоташтырырға тейеш юл да яҡтар өсөн оло әһәмиәткә эйә буласаҡ.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика