Ҡарурмандан – асыҡлыҡҡа 13.05.2015

Республика Башлығы Башҡортостан урмандарын ҡуртымға алыусы эшҡыуарҙарға   йәшерен эш алып барыу менән  шөғөлләнмәҫкә, үҙ бурыстарына яуаплыраҡ ҡарарға ҡушты. Етешһеҙлектәр төҙәтелмәгән осраҡта инвесторҙар менән  хеҙмәттәшлек килешеүенең ваҡытынан алда өҙөлөүе лә мөмкин.  Сөнки әле республика урмандарын ҡуртымға алыусылар инвестициялар һалыу, һалым түләү, ағас ултыртыу буйынса   пункттарҙы  тулыһынса үтәмәй. Тармаҡтағы проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары бөгөн Хөкүмәт ултырышында ла тикшерелде.

Инвесторҙарҙың эшмәкәрлеге ите миңә, һөйәге һиңә тигән  мәҡәлде хәтерләтә.  Улар  ылыҫлы ағастарҙы һатып ҡына байырға теләй, ә  ҡайын һымаҡ япраҡлы  сорттар делянкаларҙа сереп ятып ҡала. Был өйөмдәр урманды бысратыуҙан тыш,  янғын хәүефһеҙлеге лә тыуҙыра. Ябай халыҡтың иһә туҙып ятҡан ағастарҙы утынға ташырға ла хоҡуғы юҡ.  Уның ҡарауы, урманды ҡуртымға алыусылар тәбиғәт байлығы иҫәбенә кеҫә ҡалынайтыуын дауам итә, ә   килешеүҙә ҡаралған  пункттарҙы  үтәмәй.  Хатта,  ҡаҙнаға инергә тейешле һалым  да ялынып тигәндәй түләтелә
Урманды ҡуртымға алыусылар  эшкәртеү эшен дә яйға һалырға уйламай. Улар ситкә сифатлы  ҡарағай бүрәнәләрен оҙатыу менән сикләнә.  Һуңынан иһә  үҙебеҙҙең сеймалдан етештерелгән материалдар республикаға  бишләтә хаҡ менән әйләнеп ҡайта.  Ағас ташыу эшенең үтә лә йәнләнеүе тағы бер  проблемаға  килтергән -  эшҡыуарҙарҙың ауыр йөк машиналары  төбәктәрҙә юлдарҙы иҙеп  бөтә. Инвесторҙар шулай уҡ ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртып фондты яңыртыу эшен дә башҡарырға тейеш. Тик улар был  тәңгәлдә лә бурыстарын үтәмәй.
«Башлеспорм», «Селена» кеүек билдәле  предприятиелар республикаға  2009-2011-се йылдарҙа килә. Башҡортостан инвесторҙарға  уңайлы шарттар тыуҙыра. Эшҡыуарҙар үҙ сиратында  миллиардтарса һум инвестиция һалырға һүҙ бирә, әммә    ваҡыт үтеү менән улар яуаплылыҡтан ҡаса башлай.  
Инвесторҙар килешеү төҙөгән ваҡытта  ерле халыҡты эш менән тәьмин итәсәген дә белдерә. Әммә бөгөнгө ултырышта асыҡланыуынса,  был күрһәткес тә артыҡ юғары түгел. Мәҫәлән, проект өсөн был бик аҙ.  Урман - халыҡ байлығы һәм
уны файҙаланыуҙан тотош  республикаға табыш килергә тейеш.  Бөгөн иһә  киреһенсә, был тармаҡ тик проблемалар ояһына ғына әйләнеп бара.  Бөгөн урман сәнғәтселәренең кластерын, сеймал базаһы төҙөү тәҡдимдәре бар,  был яңылыҡтар тармаҡ эшен әҙ булһа ла яҡшыртыр тип көтөлә.
Ултырышта билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта урманды ҡуртымға алыусыларҙың эшмәкәрлеге үҙе үк ҡара урман һымаҡ. Улар биргән вәғәҙәләрен үтәмәй, тәбиғи байлыҡтан  табыш алыу яғын ғына ҡайғырта, ағас ултыртыу, эшкәртеү менән шөғөлләнмәй.  Эшҡыуарҙарҙың йәшел ҡалҡанға ҡарата  мөнөсәбәтен үҙгәртеү өсөн бер йылға тиклем ваҡыт бирелде. Етешһеҙлектәр  төҙәтелмәгән осраҡта  ҡәтғи саралар күреләсәк, ҡуртымға бирелгән майҙандарҙы тартып алыуға тиклем.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика