Артабан Силәбе делегацияһы баш ҡаланыың сәнәғәт предприятиеларында булып хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы

Артабан Силәбе делегацияһы баш ҡаланыың сәнәғәт предприятиеларында  булып хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен  барланы 20.03.2015

Сөнки ике төбәктә лә металлургия, машиналар эшләү тармағы үҫешкән.  Шулай уҡ күршеләр тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса Башҡортостан тәжрибәһе менән танышты,  Өфөлә асылған «Агрокомплекс-2015» халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды.

Тигеҙ генә күсеп йөрөгән ошо  ҡоролма - һауынсы, тик  ул робот. Был техника тиҫтәгә яҡны эшсе ҡулды алмаштыра ала. Робот-һауынсы Белорусияла  эшләнгән, киләсәктә уны  беҙҙең Алексеевка хужалығында ҡуллана башларға уйлайҙар. Күргәҙмәлә шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы, тоҡомло мал һәм аҙыҡ-түлек экспозициялары урын алған. Силәбеләр Башҡортостан продукцияһы ҡарап сыҡҡандан һуң сауҙа хеҙмәттәшлеген нығытырға тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә  илдең 30-ҙан ашыу төбәгенән 250-ләп предприятие ҡатнаша. Башҡортостан етештереүселәре иһә һуңғы осорҙа  Рәсәй төбәктәренән тыш сит илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыуын да билдәләй. Халыҡ-ара кимәлгә сығыусыларҙың береһе - Башҡортостан умартасылары.
Силәбеләрҙе айырыуса сәнәғәт предприятиелары ҡыҙыҡһындыра, сөнки күршеләрҙә лә был тармаҡ ныҡлы үҫеш алған. Өфөләге ЕСМ заводы үҙенсәлекле электр химияһы станоктары йыйған үҙәктәрҙең береһе. Бында бар эш ғалимдарҙың фәнни асыштарына нигеҙләнеп башҡарыла. Завод шулай уҡ  автомобилдәр эшләү,  авиасәнәғәт,  энергетика, медицина тармағы, ювелир әйберҙәр  өсөн теүәл һәм нескә ҡоролмалар сығара. Бында сеймал өсөн юғары сифатлы меттал  ғына ҡулланыла.
Силәбе делегацияһы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең продукцияһы менән дә танышты. Алты йыл элек асылған  ЕСМ заводынан айырмалы был объект борондан эшләп килә һәм бөтә донъяға билдәле.   Берекмәлә 20 мең тирәһе  кеше эшләй, бында авиасәнәғәт өсөн двигателдәр йыйыла. Тәьҫораттар бик яҡшы, хәҙер аныҡ хеҙмәттәшлек йүнәлештәре хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин, тине күрше өлкә губернаторы.
Сәнәғәт үҫешкән төбәктәрҙә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора, силәбеләр  Башҡортостандың ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе менән дә ҡыҙыҡһынды.
Нефтехимиктар паркы уртаһында ҡуйылған был станция атмосфера торошон тикшерә. Тәүҙә ошо ҡоролмаларға торбалар аша һауа һурҙырып алына, артабан инде уның составындағы зыянлы матдәләр күләме тикшерелә. Бар һөҙөмтәләр компьтерҙа күренеп бара. Күрһәткестәр норманан артҡан осраҡта белгестәр бысраныу сығанаҡтарын асыҡлай башлай.
Хәбәрсе. Силәбеләр әйтеүенсә, әле өлкәлә экологияны һаҡлау буйынса шәхси эшҡыуарҙар бар, әммә был проблема дәүләт кимәленә күтәрелмәгән. Башҡортостанда иһә был тирә-яҡ мөхиткә  етди иғтибар бирелә.
Күрше өлкә вәкилдәре шулай уҡ «Аҡбуҙат» ипподромында һәм  Өфөнөң башҡа  предприятиелар, социаль объектарҙа ла булды. Был  тәжрибә уртаҡлашыу киләсәктә ике яҡ араһындағы аныҡ проекттар нигеҙенә ятырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика