Архангел районының Абҙан ауыл советы бер йылға депутатһыҙ ҡалды 14.09.2015

Был һайлау округында халыҡ вәкиленә  дәғүәсе 50 процент тауыш йыя алмаған. Шулай итеп берҙәм тауыш биреү көнөндә 7310 мандаттың береһе буш ҡалды. Был участкала һайлауҙар икенсе йыл үтәсәк, тип күҙаллана.

Урындағы совет депутаттарын һайлау Белорет районынан тыш республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Башҡортостан халҡы, ғәҙәттәгесә, ҙур әүҙемлек күрһәтте. Тауыш бирергә  тейеш 1 миллион 316 мең кешенең  80 проценттан ашыуы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Үҙәк Һайлау коммиссияһы ағзалары әйтеүенсә, башлыса оло йәштәгеләр сәйәси компанияға яуаплы ҡарай.
Һайлауҙар закон сиктәрендә, тыныс шарттарҙа үтте , ти ойоштороусылар. Үҙәк һайлау комиссияһына төрлө һорауҙар менән ни бары ун шылтыратыу булған. Улары буйынса тикшереү башларлыҡ нигеҙ  табылмаған. Бер ауылды иҫәпкә алмағанда, һайлауҙар ойошҡан үтте, ти Хәйҙәр Вәлиев. Архангел районының Абҙан ауылында кандидат 50 процент сикте үтә алмаған.
Шуныһы үҙенсәлекле, ун ауыл советына 20 кандидат бер тиң тауыш йыйған. Мандат хужаһы бында йәрәбә ярҙамында билдәләнәсәк.
Йәмғеһе һайлауҙарҙа республикала теркәлгән 11 партия ҡатнашты.  Уларҙың өсәүһе бер мандат та ала алманы. Иң күп депутаттар «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланды.  Унан ҡала 1481 мандат менән үҙ -үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр. Коммунистар партияһы 175, либерал демократтар 89, Рәсәй патриоттары 60, Ғәҙел Рәсәйҙәр 47,   Пенсионерҙарҙың ғәҙҙеллек өсөн партияһы 42, йәшелдәр  һәм социаль демократтар альянсы 39 һәм «Яблоко» бер мандат алды.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар ҙа үтте. Туймазы округында Рәмил Бигнов еңеп сыҡһа, Күмертау һайлаусылары мәнфәғәттәрен республика парламентында Хәйҙәр Ғайсин яҡлаясаҡ. Улар икеһе лә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси  партияһы ағзалары.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика