Аньхой провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре Өфөлә үткән осрашыуҙа тикшерелде 14.10.2016

Бының өсөн Башҡортостанға Ҡытай провинцияның сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Ли Вэйхуа етәкселегендәге делегация килде. Бөгөн улар Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре менән осрашты.  

Яҡтар араһындағы һөйләшеүҙәр баш ҡалала икенсе көн дауам итә. Башҡортостан өсөн бындай тәжрибә айырыуса ҡыҙыҡ һәм мөһим, тине үҙ сығышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров. Уның фекеренсә, сауҙа-сәнәғәт палаталары власть органдары менән эшҡыуарҙар араһындағы хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ һала һәм мөнәсәбәттәрҙе йылдам  үҫтереүсе майҙансыҡ  булып тора. Ҡытай вәкилдәре үҙ сиратында Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Сит ил эшҡыуарҙары өсөн республиканың нефть тармағы, мәғариф һәм туризм өлкәләре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был йәһәттән  яҡтар араһында ҡул ҡуйылған килешеүҙәр киләсәккә оло маҡсаттарға юл аса.  
Ли Вэйхуа, Аньхой провинцияһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе: «Башҡортостанға килгән делегация составында төрлө өлкә вәкилдәре бар. Сөнки беҙҙе иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтары ла  тиерлек ҡыҙыҡһындыра. Бөгөнгө һөйләшеүҙәр ике-өс йылдан аныҡ һөҙөмтәләргә килтерер тип уйлайым».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика