Андрей Шишкин «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы Президенты һәм идаралыҡ рәйесе итеп тәғәйенләнде 13.10.2016

Компанияның Директорҙар советы ҡарарына ярашлы, яңы етәксе был вазифаны 5 йыл дауамында билдәләйәсәк. Андрей Шишкин 1959 йылда тыуған. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтын, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын, Мәскәүҙең «Мирбис» халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбен тамамлай.  

Дәүләт һәм ведомство наградалары бар. Әлеге вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Андрей Шишкин «Роснефть» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты булып эшләгән.
Директорҙар советы шулай уҡ нефть компанияһы идаралығының яңы составын да һайланы. Унда Андрей Шишкиндан тыш, тағы ла ете кеше инде. Бынан тыш, ошо йылдың 16 декабрендә Өфөлә компания акционерҙарының сираттан тыш йыйылышын уҙғарырға ҡарар ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика