Алдынғы ҡарашлылар йыйыны 28.07.2015

Баш ҡалала  БРИКС һәм ШОС илдәренең беренсе йәштәр форумы үтә.  Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең  проекттары менән  халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға юл яра. Әйтәйек, 2017-2018 йылдарҙа Рәсәй һәм Һиндостан араһында студенттар менән алмашыу программаларын тормошҡа ашырыу ниәтләнә, шулай уҡ  БРИКС һәм ШОС илдәренең эксперт үҙәген төҙөү тәҡдиме лә бар.

Тиҙҙән 14-30 йәшлектәр Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка буйлап бер ниндәй кәртәһеҙ сәйәхәт итеүе ихтимал. Был биләмәләрҙә визаһыҙ режим булдырыу  гуманитар һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыр, тип көтөлә. Тәҡдим БРИКС һәм ШОС  илдәренең Беренсе йәштәр форумында яңғыраны. Миграция ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк, ти йәш сәйәсмәндәр.

Рәсәй менән Бразилия араһында визаһыҙ режим эшләй. Ике ил студенттары бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ сәфәргә сыға ала. Был система БРИКС биләмәһендә тулыһынса эшләһен ине. Беҙҙең егет-ҡыҙҙарҙың да сәйәхәт итергә теләге ҙур, төрлө конференцияларҙа ҡатнашыу - яңы белем туплау бик мөһим, әлбиттә.

Көньяҡ Африка вәкилдәре киләһе йыл  ошондай уҡ форумды үҙҙәрендә үткәрергә йыйына. Улар Башҡортостанға халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға, дисскусия майҙансыҡтары хаҡында мәғлүмәт йыйырға килгән. Сара сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре лә ҡарала. Әйтәйек, Ҡаҙағстан  йәштәре ШОС илдәрендә айырым бизнес-мәғариф мөхите булдырыу тәҡдиме менән сыҡты. Уның асылы шунда - мәҫәлән, Башҡортостан йәштәре агросәнәғәттә аналогы булмаған яңы йүнәлеш буйынса эш башлай икән, үҙҙәренең предприятиеһында сит ил вәкилдәрен йыйып, тәжрибә уртаҡлаша ала! Велосипед уйлап сығарырға кәрәкмәй, барыһы ла белем алмашыуға ҡайтып ҡала. Киләсәктә халыҡ-ара кимәлдә  спорт саралары уҙғарыу ҙа күҙаллана. Әйтәйек, Ҡырғыҙстан йәштәре универсиада үткәрергә ниәтләй. Унда төрлө милләттәрҙең уйындары сағылыш табасаҡ.

Баш ҡалала сит ил йәштәре өсөн мәҙәни программа ла төҙөлгән. Өфө буйлап экскурсиялар ойошторола. Әлегә делегациялар милли герой Салауат Юлаев һәйкәле, этно-ауыл һәм "Дуҫлыҡ" монументын ҡараған.

БРИКС һәм ШОС илдәре бергә һәм берҙәм эшләү яҡлы. 29 июлгә тиклем дауам итәсәк форумда республиканың алдынғы ҡарашлы йәштәре  сығыш яһаясаҡ.  Төп маҡсат - сит ил делегацияларын төбәктә алып барылған сәйәсәт менән таныштырыу. Форумда ҡатнашыусылар, социаль-иҡтисади күҙлектән  үҫешкән, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытҡан дәүләттәрҙә юғары белемле, сәләмәт быуын тәрбиләләү ҙә еңелерәк, тигән ҡарашта. .

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика