Ҡала эсендә әкиәти ҡаласыҡ 27.06.2017

Өфө үҙәгендә тулы бер кварталды биләгән күләмле арт-проект барлыҡҡа киләсәк. Баш ҡаланың Коммунистик, Ленин, Чернышевский, Мостай Кәрим урамдары киҫелешендә урын аласаҡ йәйәүлеләр зонаһында  амфитеатр, мини-отель, ижади оҫтаханалар ҡалҡып сығыр тип көтөлә.

Өфө үҙәгенә өҫтән, бейеклектән баҡҡанда был майҙансыҡ бер яғы менән дә айырылмай, ғәҙәти урамдар, халыҡ ағымы. Әммә ергә төшөү менән күҙ алдында мөғжизәле күренеш хасил була, тик әлегә  проектта ғына. Ә уның ғәмәлгә  ашасағына шик юҡ, төҙөлөш эштәре башланған да инде.  Чернышевский урамынан ингән яҡта халыҡты амфитеатр ҡаршы аласаҡ.
Дмитрий Эйгенсон, «Арт-квадрат» ҡала үҙәген үҫтереү буйынса директоры: «Беҙҙең Өфөлә Мәскәүҙәге, Түбәнге Новгородтағы кеүек ҡаланың йөҙөн билдәләрлек үҙәк юҡ. Ул төрлө йүнәлештәге ял һәм сауҙа үҙәктәрен үҙ эсенә алырға тейеш. Әле бындай объекттар булһа ла, төрлө ерҙә урынлашҡан».
Күләмле төҙөлөш 13 майҙа башланған. Арт-квадраттың тәүге нигеҙҙәрен Өфө халҡы мәҙәни өмәләр ваҡытында башлап ебәргән. Әле урында 200-ләп кеше эшләй, улар араһында  архитектор һөнәрен һайлаған студенттар ҙа бар.
Рим Бикмаев, «Арт-квадрат» проекты етәксеһе: «Был ял зонаһы буласаҡ, автомобилдәр майҙанға үтмәй. Йәйәүлеләр саф һауа һулап магазиндар буйлап йөрөй, күргәҙмәләр ҡарай аласаҡ. Балалар өсөн төрлө оҫтаханалар эшләйәсәк».
Майҙансыҡты таҙартыу башланған, барлығы биш тиҫтә тирәһе тимер гараж һүтеп алынған. Бындағы  объекттар араһында 19-сы быуатта һалынған һәм мәҙәни мираҫ булып һаналғандары ла бар. Мәҫәлән, сауҙагәр Хәкимовтың йорто. Проект авторҙары ошо майҙанда урынлашҡан 21 бинаны яңыртырға һәм төҙөкләндерергә ниәтләй, уларҙа сувенир кибеттәре һәм ижади оҫтаханалар асылырға тейеш. Рөстәм Хәмитов  боронғо йорттарҙа йәшәүсе фатир хужаларын торлаҡ менән тәьмин итеүҙе етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Төҙөүселәр республика етәкселегенең ярҙамына ла өмөт итә ала.
Тағы бер яңылыҡ, арт-квадратҡа Салауат Юлаев һәм «Дуҫлыҡ монументы» һәйкәлдәренән тәүге ике ҡатлы автобуста килеп етергә мөмкин буласаҡ.
Майҙанды биҙәү менән проблема булмаҫ тип көтөлә. Был яуаплы эшкә билдәле графистар Олег Кайбышев менән Артур Фазылов тотонорға иҫәп тота. Улар Өфө халҡына күп ҡатлы йорттарҙың стеналарында төшөрөлгән маршал Жуков, Юрий Гагарин  һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең авторҙары булараҡ билдәле. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙа теләге булған һәр кеше  ҡатнаша ала, тәҡдимдәрҙе социаль селтәрҙәге махсус биткә ебәрергә мөмкин. Өфө арбатының тәүге сираты быйыл йәй уҡ халыҡты ҡабул итә башлар тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика