Һалҡын йәй сәбәпле, уңыш көтөлгәндән аҙ булыуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеге тулы кимәлдә тәьмин ителгән

Һалҡын йәй сәбәпле, уңыш көтөлгәндән аҙ булыуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеге тулы кимәлдә тәьмин ителгән 24.07.2017

Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың иң эре ике медиахолдингы етәкселәре, журналистар Рөстәм Зарафетдинов менән Азамат Сәлиховҡа биргән интервьюһында белдерҙе.

Әңгәмәлә  һуңғы ярты йыллыҡта Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы дөйөм алғанда  иҡтисадтта үҫеш күҙәтелеүен билдәләне. Сәнәғәт етештереү индексы 3 ярым тапҡырға артҡан. Һалҡын йәйҙә үҫтерелгән уңыш кимәленә килгәндә Рөстәм Хәмитов республиканың йыллыҡ ихтияжы 2 миллион тонна булғанда ,  быйыл 2 миллион ярым тонна  иген йыйып алыуға күҙалланыуын әйтеп үтте. Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеге тулы кимәлдә тәьмин ителгән.

Осрашыуҙа  сәйәсәт тураһында ла әйтелде. Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәр аша баҫым яһау һәм "идара ителеүсе протест әүҙемлегенә" ҡарашығыҙ тигән һорауға Рөстәм Хәмитов, оппозиция шәхси мәнфәғәттәрҙән сығып асыҡтан-асыҡ ялғанламаған һәм конструктив йүнәлештә фекер йөрөткән осраҡта дәғүәселәрем менән һәр ваҡыт диологҡа асыҡмын тип белдерҙе.

Интервьюһында Башҡортостан башлығы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларға бәйле хәл ,  республиканың иң эре спорт клубтары, "Өфө" футбол клубы, "Салауал Юлаев " хоккей командаһы һәм "Урал" волейбол клубын финанслауға  ла туҡталды

Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика