Ғаилә проблемалары бер урынға туплана 20.03.2017

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы эш башлай.

Был турала бөгөн  Хөкүмәттең Президиум ултырышында белдерелде. Яңы орган  системаны үҙәкләштереү маҡсатында ойошторола. Элек ғаилә  проблемалары менән шөғөлләнгән бер нисә комиссия  эшләп килһә, хәҙер был вәкәләттәр  координация советына йөкмәтелә. Ултырышта билдәләнеүенсә, ғаилә менән бәйле һорауҙар күп тармаҡлы, әммә оҡшаш, бында демографик күрһәткестәр ҙә, ауыр хәлдәге ғаиләләрҙе социаль яҡлау ҙа, башҡа йүнәлештәр ҙә инә. Уларҙы бер урынға туплау эшмәкәрлекте күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Быға тиклем ғаилә проблемалары менән бер нисә махсуслашҡан комиссия шөғөлләнеп килде, уларҙың күптәре әлегә тиклем ғәмәлдә тип һаналһа ла, эшмәкәрлеген туҡтатҡан.  Мәсьәләләр менән бер совет шөғөлләнеүе, бар һорауҙарҙың бер урында тупланыуы бик уңайлы буласаҡ. Сөнки проблемалар  ҙа үҙ -ара бәйләнгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика