Аҙна яңылыҡтары. Әйтерһең дә, ваҡыт туҡтап ҡалған 20.11.2016

Белоруссияға барған һәр кем ошо уйҙа ҡалалыр. Ләкин был тойғолар ҡасандыр Советтар Союзының бер өлөшө булған ил үҫешмәгән тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Беларусь республикаһының иҡтисады нығына ғына. Лукашенконың хужаларса идара итеүе илде һәр яҡлап та алдынғы итә. Белоруссияға барғанда бер генә сит ил тауарының булмауы һоҡландырҙы. Бар әйбер тик үҙҙәрендә етештерелгән  генә. Бер генә сит  ил продукцияһы күрҙем, уныһы ла Өфөлә эшләнгән Ағиҙел бритваһы ине. Тимәк  ҡаҙылма байлыҡтар күп булмайынса ла иҡтисадты үҫтереү , йәшәйеште яҡшыртыу  мөмкин? Тап шуның өсөн дә Беларустар батьконы аллалай күрә. Һиҙмәҫтән беҙ ҙә айырым ил булып ҡалһаҡ нисек йәшәр инек, тигән һорау тыуа. Ә белорустар нисек йәшәй?

Беларус  картуфы, тракторы, «Могилев» лифттары, «Луч»  сәғәттәре, «Минск», беҙҙеңсә «кәзә» мотоциклдары.  Союздаш дәүләттә  етештерелгән продукция барыбыҙыға ла яҡшы таныш. Тик хәҙер улар сит илдеке, йәғни Беларус республикаһыныҡы . Ә  был тауарҙар  бөтәһе лә һаман сығарыла, завод-предприятиелар эшләй, бары тик ассортимент һаны ғына артҡан. Мәҫәлән, «Могилев» лифт заводында элек  ассортимент унға ла тулмаһа, хәҙер йөҙҙән ашыу. Беҙҙеңсә хаҡтар 800 меңдән башлана. Башҡортостан ҡалаларында ла тап ошо заводтың лифттары ҡуйылған.
Завод-предприятиеларҙа сит илдәрҙән килтерелгән  ҡоролмалар осраһа ла  асыштар үҙ ғалимдарыныҡы. Мәҫәлән, «Технолит» заводында  ауыр техникаға запас частар сығарыла, технологияны үҙҙәренеке. Ә «Белшина» тәгәрмәстәре менән дан тота, уларҙың  размеры төрлө. Ҡеүәтле белаздарҙың  ике-өс метр бейеклектәге тәгәрмәстәре лә ошонда сығарыла.  Иң ҙур иғтибар иһә ауыл хужалығына.  Беларус магазиндарында бер сит ил продукцияһы ла юҡ, һөт, ит ризыҡтары тулыһынса үҙҙәренеке. Һөт, ит эшкәртеү  заводтары аҙым һайын, ассортимен 300-ҙән ашып китә.  Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн агроҡаласыҡтар төҙөлгән. Эш урыны ла бар, йәшәү ҙә эргәлә.
Төбәктә йәшелсәселек  ныҡ  үҫешкән, Шклов ҡалаһында хатта ҡыярға һәйкәл бар. Әле емеш-еләк, хатта ҡарбуз-ҡауын үҫтереүгә тотонғандар, һаҡлау өсөн ҙур келәттәр төҙөгәндәр. Беларус аграрийҙары экологиҡ яҡтан таҙа продукцияға өҫтөнлөк бирә һәм  баҙарҙы яулай. Ошо уҡ һыҙат кондитер ризыҡтарына ла хас. Бобруйск ҡалаһындағы фабрика ла бер ҡатнашмаһыҙ зефирҙар, мармеладтар сығара. Беҙҙә ристан башҡа бөтәһе лә үҙебеҙҙеке, ти ҡабатларға ярата белорустар.
Тарихҡа иғтибар ҙур,  бөйөк ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған һәйкәлдәр күп. Уларҙы уҡыусылар тәртиптә тота. Һуңғы йылдарҙа  социаль өлкәгә лә иғтибар артҡан. Яңы  белем усаҡтары, дауаханалар,  спорт һарайҙары ҡалҡып сыҡҡан. Мәҫәлән, Могилевтағы 45-се мкәтәптә 2 меңдән ашыу бала уҡый, беренсе кластар ғына ун бер. Улар бында  уҡый ҙа, ашай ҙа, йоҡлай ҙа.
Белем биреү советтар союзыныҡына тартым. Бөтә республиҡаға бер программа, берҙәм дәүләт имтиханы юҡ, уның урынынына үҙәкләштерелгән тестар. Уҡытыу рус һәм белорус телендә бара, әммә барыһы ла ерле халыҡтың телен белә.  Беларусь президенты менән осрашыуҙа ла беҙ  милләт-ара татыулыҡ, туған  телде һаҡлау буйынса башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Республикала уртаса эш хаҡы юғары түгел, уның ҡарауы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү хаҡы түбән,  медицина, белем биреү бушлай.   Белорустар күберәк  үҙҙәрендә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирә, республикала тегелгән кейем-һалымда йөрөй. Тик  еңел автомобилдәр генә сит илдәрҙән. Әммә Александр Лукашенко әйтеүенсә, киләсәктә үҙгәреш буласаҡ, әле урында ҡытайҙар меән берлектә автомобиль заводы төҙөлә. Беларус республикаһын Башҡортостан менән күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй, беҙ Рәсәй төбәктәре өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, айырмы дәүләт булһаҡ та үҙебеҙҙе һаман Рәсәй менән бергә тип һанайбыҙ, тип билдәләнде осрашыуҙа.
Беҙ баҫып торған яңы, күркәм бина бойондороҡһоҙлоҡ һарайы тип атала. Беларус республикаһында төп сәйәси саралар ошонда үтә. Путин, Меркель, Оланд һәм Порошенко ҡул ҡуйған билдәле Минск килешеүенә лә тап ошо стеналар эсендә ҡул ҡуйыла. Беларус Президенты Александр Лукашеноконың Рәсәй журналистары менән осрашыуы ла Бойондороҡһоҙлоҡ һарайында үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика