Аҙна яңылыҡтары. Улар рухлыраҡ, берҙәмерәк, сәмлерәк тә, телһөйәр, илһөйәр ҙә

Аҙна яңылыҡтары. Улар рухлыраҡ,  берҙәмерәк, сәмлерәк тә, телһөйәр, илһөйәр ҙә 30.04.2017

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе млләттәштәребеҙ тураһында бик күп яҡшы сифаттар әйтергә мөмкин. Улар менән аралашҡандан һуң ысын башҡорттар республикала түгел, ә оло Башҡортостанда йәшәй, тигән уйға киләһең. Силәбе башҡорттарын ҡыйырһытыла тип уйларға һис тә генә сәбәп юҡ. Шулай ҙа, хәл итәһе проблемалар, борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Улар Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән күрше өлкәлә йәшәгән милләтәштәребеҙ осрашыуында ла күтәрелде.

Көньяҡ Уралдың аҫаба башҡорттары тарихи тамырҙарынан айырылмай, улар телде, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырып, һаҡлап килә. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән «Уралым» гәзите һәм тапшырыуы  тос өлөш индерә. Силәбе башҡорттары тураһындағы программа  өлкә телевидениеһында айына ике тапҡыр эфирға сыға, тик транспорт һәм ҡоролмалар юҡлығы ғына бәкәлгә һуға, журналистар бар кәрәк-яраҡты ҡуртымға алырға мәжбүр. Республика башлығы  проблема хәл ителәсәк тип белдерҙе, тәү сиратта автомобиль менән.  
Башҡортостан йәмәғәтселеге менән осрашыуҙа милләттәштәребеҙҙе борсоған башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Мәҫәлән, силәбеләр өлкә ҡалалары һәм райондары буйлап  башҡорт мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу ниәте менән яна. Рөстәм Хәмитов был тәңгәлдә ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Ҡалалағы көрәш секцияһына  иһә тренер Арғаяштан килеп йөрөй,  штат юҡ.  Был  проблеманы губернатор Борис Дубровский урында хәл итербеҙ тип белдерҙе.  Милләтәштәребеҙҙең көнитмеше беҙҙең өсөн бик мөһим,тине республика башлығы.
Әле Башҡортостан вуздарында Силәбенән 600-ҙән ашыу студент  белем ала. Хеҙмәттәшлек сәнәғәт, ауыл хужалығы,  медицина өлкәһендә лә бара.  Ике төбәкте  йылдар дауамындағы  тарихи дуҫлыҡ тоташтыра.
Силәбелә башҡорттар менән бәйле тарихи урындар күп. Ҡалаға нигеҙ һалыныу ҙа башҡорт батыры, Ҡара-Табын волосының старшинаһы Таймас Шәйемов исеме менән бәйле. Ул 1753  йылда ошо ерҙәрҙе завод төҙөү өсөн Николай Демидовҡа һата. Һуңғараҡ инде был урында ҡала барлыҡҡа килә. Әле беҙ баҫып торған урам да борон Өфө тракты тип аталған.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Гәзит-журналдар, яңы китаптар килеп етмәй. Уҡыу әсбаптары килә, әммә улар Силәбе балалары өсөн ауыр бирелә, сөнки көньяҡ урал башҡорттарының һөйләше, йәғни диалект ныҡ айырыла. Шуға күрә әле "Урал башҡорттары" тигән проектты ғәмәлгә ашырыу бара.
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллиндың Башҡортостан батыры  ярышын ойоштороу тәҡдиме лә хуплау тапты.  Шулай уҡ Силәбелә балалар араһында КВН, төрлө мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа ла ярҙам  көтә. Сөнки сәхнә кейемдәре табыу, концерт номерҙары әҙерләү менән бәйле проблемалар бар. Был тәңгәлдә Башҡортостан белгестәренең кәңәштәре бик урынлы буласаҡ.
Башҡортостанда йәшәп башҡорт булыуы еңел, ә бына ситтә, аҫаба халыҡ булған хәлдә лә, асылыңды, тамырҙарыңды һаҡлап ҡалыу  ҡатмарлы. Сөнки бер яҡтан мөхит, икенсенән  глобаллаштереү шарттары үҙе үк йоғонто яһай. Әммә Силәбеләр бирешергә уйламай, уларҙың рухы быуаттар дауамында сыныҡҡан, башҡортлоҡ тойғоһо ҡан менән һеңгән. Был Республика башлығының эш сәфәрендә лә асыҡ сағылды,  милләттәштәребеҙ үҙ теленә, тарихына битараф түгел. Әйткәндәй  тиҙҙән Силәбенең «Рифей» ат спорты комплексына ла башҡорт юртағы бүләк ителәсәк, Рөстәм Хәмитов баймаҡтар алдында ошондай бурыс ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика