Аҙна яңылыҡтары. Демографик хәлде яҡшыртыу, әсә һәм балалыҡты яҡлау, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләре  менән Ғаилә министрлығы шөғөлләнеүе ихтимал 04.06.2017

Махсус ведомство ойоштороу кәрәклеге Өфөлә үткән   ата-әсәләр форумында билдәләнде. Республикала был йыйынды   уҙғарыу идеяһы былтыр барлыҡҡа килде, сөнки бөгөн һәр бер ғаиләнең бала тәрбиәләү буйынса һорауҙары күп.

Бер төркөм ата-әсәләр яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, балаһын физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә үҫтереүҙе беренсе планға ҡуя. Шул уҡ ваҡытта тәрбиә эшен мәктәпкә йәки педагогтарға ғына япһарып ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел. Улар талап итә белә, әммә үҙҙәре ситтә ҡала. Форумды ойоштороусылар фекеренсә, был ата-әсәләр осрашып фекер алышырға, уртаҡ фекергә килеп алтын урталыҡты табырға тейеш. Бөгөн үҫеп килгән быуынды интернет селтәрендәге хәүефле  уйындарҙан нисек ҡурсалау, баланың өйҙә йәки тиҫтерҙәре менән проблемаһы тыуғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итеү мәсьәләһе лә  киҫкен тора. Сөнки беҙҙең йәмғиәттә әле психологтар ярҙамын ҡабул итә белмәйҙәр.    Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, балалар беҙҙең төп байлығыбыҙ һәм уларҙы  лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырылырға тейеш.
Мәсьәләләрҙе көйләүсе, хәл итеүсе  дәүләт учреждениеһы кәрәк, тине  Рөстәм Хәмитов. Форумда ҡатнашырға килгән илдең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле лә был ниәтте хупланы. Үҙе алты бала үҫтергән Анна Кузнецова балаларға бәйле проблемалар менән шәхсән таныш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика