500-ҙән ашыу эш урыны һәм 4 миллиард һумдан ашыу инвестиция

500-ҙән ашыу эш урыны һәм   4 миллиард һумдан ашыу инвестиция 19.10.2015

Бөгөн  Кумертау ҡалаһын үҫтереү буйынса генераль килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан менән  Моноҡалаларҙың    үҫеш фонды  араһында  ҡабул ителгән документҡа ярашлы, 2020 йылға тиклем Кумертауҙа яңы  инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ҡарала. Уларҙы финанслауҙың бер өлөшөн  фонд үҙ өҫтөнә ала.   Был программала ҡатнашыу вертолеттар йыйыу менән танылған ҡалаға яңы үҫеш мөмкинлектәре аса.
Моноҡалаларҙың үҫеш фонды 2014 йылдан эшләп килә.  Программаға эләгеү өсөн ҡала үҙ инвестиция проекттарын тәҡдим итә.  Кумертау яғынан ғариза ноябрь аҙағына тиклем бирелергә тейеш. Фонд тарафынан бирелгән тәүге аҡса, уның суммаһы 400 миллион һум тирәһе, йыл аҙағына тиклем күсер, тип көтөлә. Ул инфраструктураны төҙөкләндереү, йәғни автомобиль һәм тимер юлын, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу өсөн тотоноласаҡ. Был Кумертау предприятиеларына хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү мөмкинлеге аса,  Моноҡалаларҙың үҫеш фонды программаһында киләсәктә Бәләбәйҙең дә ҡатнашыуы көтөлә.  
Ирина Макиева, иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса хөкүмәт комиссияһының моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эш төркөмө етәксеһе: «Был  моноҡалалар буйынса төҙөлгән тәүге килешеү, Күмертау артынан Бәләбәй барырға тейеш, әммә был ҡалала әле башҡараһы әҙерлек эштәре күп. Документ өс позицияны үҙ эсенә ала, тәүгеһе  яңы проекттар  өсөн инженер селтәрҙен ремотнлауҙа берлектәге финанслау,  икенсеһе инвестиция проекттарын бойомға ашырыу. Фондтың  өлөшкә инеү һәм займдар биреү хоҡуғы бар. Өсөнсөһө- идарасы команданы бергә әҙерләү».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика