400-гә яҡын объект федераль күҙәтеүҙән республика ҡарамағына тапшырыла 19.09.2016

Һүҙ ғәҙәттән тыш  хәл тыуыу ихтималлығы булған объекттар хаҡында бара. Был турала һүҙ бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында барҙы. Ултырышта шулай уҡ торлаҡ фондындағы йорттарҙы ҡуртымға алыуға хаҡ билдәләү, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты инфраструктура менән тәьмин итеүсе предприятиеларға грант системаһын булдырыу тураһында ла барҙы.

Марат Латипов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Барлығы 400-ҙән ашыу объект республика күҙәтеүенә күсә, был йылытыу ҡаҙанлыҡтары кеүек ҙур булмаған учреждениелар. Ә бына нефть, химия тармағы предприятиелары һымаҡ ҡеүәтле ойошмаларҙа күҙәтеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау бурысы федераль ҡарамаҡта».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика