2030 йылға тиклем йәмғиәттән йөҙ һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм тағы ла ике йөҙ яңы һөнәр барлыҡҡа киләсәк 27.08.2016

Башҡортостан йәштәре лә был үҙгәрештәргә әҙер булырға тейеш. Әленән үк республикала белем биреүҙе камиллаштырыу, замана шарттарына яраҡлашыу башланырға тейеш. Кире осраҡта, мәшғүллек мәсьәләһе көндән -көн киҫкенләшәсәк, тине Рөстәм Хәмитов йәштәр менән осрашыуҙа. Бөгөн Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт  палатаһы ағзалары, муниципаль берәмектәрҙең йәштәр советы рәйестәре  һәм башҡа йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре конвент ойошторҙо.

Илдә юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 50 проценттан ашыуы үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Әгәр эш урыны табылһа әле... Был мәсьәлә айырыуса төпкөлдәрҙә киҫкен ҡала.  Сәнәғәт, етештереү предприятиелары булмаған райондарҙа эшсе һөнәрҙәр алып ҡайтҡан йәштәр хеҙмәт урындары таба алмай.
Эшһеҙлек йәштәрҙе борсоған төп мәсьәлә. Киләсәктә был проблеманың тағы ла киҫкенләшеүе ихтимал. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ни бары киләһе  ун биш йылда илдә  йөҙгә яҡын  һөнәр юҡҡа сығасаҡ. Уның ҡарауы, әле ҡолаҡҡа ят тойолған ике йөҙҙән ашыу һөнәр эйәләре барлыҡҡа киләсәк. Ләкин был заман талабы һәм беҙ  үҙгәрештәргә әҙер булырға тейешбеҙ, тине республика башлығы.
Йәштәр иһә был мәсьәләне берҙәм көс менән хәл итеү яҡлы. Конвентта күләмле республика проектына нигеҙ һалынды. «МИР: йәштәр, идеялар, үҫеш» - әүҙем йәштәргә үҙ -үҙен реализациялау өсөн  онлайн майҙансыҡ. Электрон платформала  киләсәк быуын үҙен борсоған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй,  аралаша, кәңәш ҡора ала.
Электрон майҙансыҡта кадрҙар резервы ла буласаҡ. Кемгә һәм ҡайҙа ниндәй хеҙмәткәр талап ителә, ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж бар? Эш биреүселәр, белем биреү системаһы һәм власть органдарына ла ҡулдарын йәштәр пульсында тотоу мөмкинлеге был.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика