2021 йылда Өфөлә бөтә донъя уйындарын уҙғарыу мөмкинлеге лә Мәскәүҙә ҡаралды 07.08.2014

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко һәм халыҡ-ара уйындар ассоциацияһы президенты Хосе Перурена Лопез менән осрашты.

Рәсәйҙә олимпия уйындары программаһына инмәгән спорт төрҙәре комитеты ойошторолған. Шуға ла Өфөлә бындай уйындарҙы уҙғарыу ушу, каратэ, акробат гимнастикаһы, спорт бейеүҙәре үҫешенә яңы этәргес бирәсәк.  Виталий Мутко Башҡортостанды Рәсәйҙең спорт  алдынғыһы тип атаны. 2013 йылда  республика спорт, шул иҫәптән күләмле спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Халыҡ-ара ярыштарҙы уҙғарыу өсөн  ҙур төҙөлөш эштәре башҡарыу талап ителмәй, ике тиҫтәнән ашыу спорт комплексы әле үк эшләп килә, тине Рөстәм Хәмитов. Өфөнән тыш, уйындарҙы уҙғарыуға Перуның баш ҡалаһы Лима менән Американың  Алабама штатынан Бирмингем ҡалалары дәғүә итә.  Еңеүсене комиссия билдәләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика