2017 йылда континенталь хокей лигаһының йондоҙҙар матчы Өфөлә үтәсәк 05.05.2016

Бөгөн был күләмле спорт байрамын үткәреү тураһында Башҡортотсан республикаһы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы һәм лига араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, киләһе йылдың ғинуар аҙағында баш ҡалаға бөтә донъяға билдәле хокейсылар йыйыласаҡ. Ә байрам саралары Өфөнө генә түгел тотош республикала үтәсәк.

Хокей коробкаларында боҙҙар  иреп бөттө, әммә ҡомарлы көйәрмәндәрҙе  был һис тә борсомай.  «Йәшел йөрәкле» үҫмерҙәр яһалма боҙҙа ла сәкән һуға. Тәжрибәле хокейсылар иһә бөгөн боҙҙа түгел. Йондоҙҙар өҫтәл артында автографтар тарата. Улар менән осрашырға республиканың төрлә райондарынан хокейсыларға «алмаш» килгән.
Ә был ҡултамғаларҙың әһәмиәте тағы ла ҙурыраҡ. Башҡортостан республикаһы, салауат юлаев хокей клубы һәм лига араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 2017 йылдың 21,22-се ғинуарында Өфөлә йондоҙҙар матчы  үтәсәк. Өфө менән бер рәттән был уйындарҙы үткәреүгә Ҡаҙағстандың Астанаһы, Владивосток һәм Тольятти ҡалалары дәғүә иткән. Ойоштороусыларҙы Өфөнөң йондоҙҙар матчын үткәреүгә арналған күләмле программаһы әсир иткән.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был баш ҡалаға ғына  түгел, тотош республика өсөн дә ҙур байрамға әйләнәсәк. Уйындар алдынан һәр район, ҡалала хоккей байрамдары үткәреү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов әйтеүесә, Башҡортостан ысын мәғәнәһендә илдең хокей буйынса баш ҡалаһына әйләнә бара. Быйылғы миҙгелде Салауат Юлаев командаһы бронза миҙалға тамамланы, Ағиҙел командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр көмөш миҙалдар яуланы, Учалының Горняк клубы төбәктәр кубогын алды. Йондоҙҙар матчының тап беҙҙә үтеүе был уңыштарҙы нығытып ҡына ҡалмай, тағы ла арттырырға ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика