2017 йылда хаҡлы ялдағыларҙың йәшәү минимумы 8015 һум тәшкил итәсәк

2017 йылда хаҡлы ялдағыларҙың йәшәү минимумы 8015 һум тәшкил итәсәк 27.10.2016

Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 34-се ултырышында ҡабул ителде.  

Быйылғы менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡынса 200 һумға артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, пенсионерҙарҙың киләһе йылғы йәшәү минимумы Рәсәйҙекенән 500 һумға түбәнерәк. Шулай итеп, хаҡлы ялдағыларға федераль бюджеттан өҫтәмә түләүҙәр булырға тейеш. Ултырышта 2017 йылға бюджет проекты ла ҡабул ителде. Төп финанс документтың сығым параметрҙары Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан раҫланған һәм 2017 йылда ғәмәлгә ашырыласаҡ 25 дәүләт программаһы нигеҙендә формалаштырылған.
Рузалия Хисмәтуллина,  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бюджет, һалымдар һәм инвестиция сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе:«Бюджеттың сығымдар өлөшө элеккесә социаль йүнәлешле буласаҡ. Дәүләттең йөкләмәләре тулыһынса үтәләсәк, бының өсөн ҡаралған матди саралар артты».
Депутаттар бөгөн шулай уҡ балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу күренешен кисектереү йәһәтенән мөһим ҡарар ҡабул итте. Билдәле булыуынса, былтыр бәлиғ булмағандар араһында суицид осраҡтары 45-кә барып еткән. Закондағы үҙгәрештәр 18 йәше тулмағандар менән эшләүсе комиссиялар эшенә үҙгәрештәр индереүгә йүнәлтелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика