20 декабрь - Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре  көнө 18.12.2015

Ил мәнфәғәте, халыҡ хәүефһеҙлеге һағында тороусы хеҙмәттәрҙең һөнәри байрамы Президент Борис Ельцин Указы нигеҙендә 1995 йылда булдырыла.

Әммә быға тиклем дә 20 декабрь чекистар көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. 1917 йылда РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары декрет менән контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш өсөн Бөтә Рәсәй  ғәҙәттән тыш комиссияһы, йәғни ВЧК ойошторола. Был башланғыс менән Владимир Ленин үҙе сығыш яһай. Уның тәүге етәксеһе итеп Феликс Дзержинский тәғәйенләнә. Бөгөн Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  хеҙмәткәрҙәрен республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткереп ул Өфөлә үткән күләмле халыҡ-ара форумдар, ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ингән дәүләт етәкселәре саммиттын ойоштороуҙағы тиңһеҙ ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика