16 августан Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙың әүҙем агитация осоро башлана 29.07.2014

Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһында  кампания мәлендә түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм гәзит биттәрендәге урындарҙы бүлеү буйынса йәрәбә һалынды.Кандидаттарҙың вәкилдәре киң мәғлүмәт сараһында урын аласаҡ материал төрө һәм көнө билдәләнгән ябыҡ конверттарҙы һайлап алды.  

Әүҙем һайлау алды агитацияһы 12 сентябргә тиклем дауам итә. Рәсәй ҡанундарына ярашлы тауыш биреүгә бер тәүлек ҡалғас тынлыҡ көнө иғлан ителә. Был көндө һәр төрлө агитация тыйыла. Һайлау иһә берҙәм тауыш биреү көнөндә 14 сентябрҙә үтә. Наилә Алтынова, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары: «Законға ярашлы, агитация әҙәплелек нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Дәғүәселәрҙәң яла яғыуы тыйыла. Һуңғы арала кандитаттар менән йыш аралашып торабыҙ. Бер-береһенә улар оло ихтирам менән ҡарай. Шуға агитация ҡанун сиктәрендә үтер, тип ышанғы килә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика