15 һөҙөмтәле йыл 02.12.2016

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе үҙенең юбилейын билдәләй. Илдең иң ҡеүәтле сәйәси ойошмаһына тап 15 йыл элек, 2001 йылда нигеҙ һалынған. Шунан бирле партия үҫешә, йылдан-йыл уның сафына йәмғиәттең иң абруйлы ағзалары баҫа, «Берҙәм Рәсәй» тормошҡа ашырған проекттар ҙа киңәйә. Ҡотлау телмәрендә Владимир Путин да партияны реаль көс тип баһаланы. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе депутаттары юбилей көнөн тантаналы ултырыш  менән ҡаршы алды.  

«Йондоҙсоҡтар» өлгөлө бейеү ансамбле сираттағы концертына әҙерләнә. Яңы һалынған бейеүҙәр, өр-яңы  костюмдар. Күҙҙең яуын алып торған милли кейемдәрҙә сәхнәгә сыҡҡы ғына килеп тора, ти ҡыҙҙар. Тамашаларҙы  улар  хәҙер көн дә ҡуйырға әҙер.
Бейеүселәр хәҙер сәхнәлә ҡурҡмайынса баҫа. Быға тиклем бейеү түгел, мәҙәниәт йортоноң эсенә инергә лә шөрләй торғайныҡ, ти улар. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән ауыл клубы бер тапҡыр ҙа  ремонт күрмәгән. Түбәнәнән һыу аҡҡан, стеналар ҡойолоп төшә башлаған, ҡышын йылы тормаған. Хәлде ҡырҡа үҙгәртеүгә «Реаль эштәр» ярҙам итә. Яҡшымбәт мәҙәниәт клубын «Берҙәм Рәсәйҙең» ошо проекты сиктәрендә төҙөкләндереүҙе ауыл халҡы үҙе күтәреп сыға. Һөҙөмтәлә бында  түбә таҡтаһы алыштырыла, стеналар яңыртыла. Республика ҡаҙнаһынан төҙөкләндереү эштәренә 245 мең һум аҡса бүленһә, урындағы бюджет йөҙ мең һум өҫтәгән.
2015 йылда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә граждандарҙың 900-ҙән ашыу башланғысы ҡағыҙҙан ысынбарлыҡҡа күскән. Республика халҡы был эшкә 200 миллион һумдан ашыу аҡса туплаған. Әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» партияһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттары буйынса Башҡортостан Рәсәй алдынғыһы.
Бынан тыш, партияға сәйәси аренала ла тиңләшеүселәр юҡ тип билдәләне ҡотлау телмәрендә Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән, быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» кандидаттары өсөн бер миллион ике йөҙ мең кеше тауыш биргән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ла, Өфө ҡала советында, муниципаль советтарҙа «Берҙәм Рәсәйҙәр» күпселекте тәшкил итә. Был ышаныс шул иҫәптән ҙур яуаплылыҡ та тип билдәләне сығышында төбәк етәксеһе.
Байрам көнөндә лә «Берҙәм Рәсәй»ҙәр эш менән мәшғүл. Бөгөн партияның президиумы ултырышында һәр район һәм ҡала бүлектәре янында фирҡә ветерандары советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сәйәсәт аҡһаҡалдары тәжрибәһе бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. «Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙең пландарында иһә артабан тауыш биреүселәрҙең ышанысын аҡлау буйынса эштәрҙе дауам итеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика