15 ғинуарҙан Рәсәйҙә транспорт менән идара итеүгә сикләү индерелде 16.01.2016

Уға ярашлы, бурыстары йыйылған водителдәр бынан ары үҙ автомобилдәрендә йөрөй алмаясаҡ. Был яңылыҡ әлегә бурыстары 10 мең һумдан ашып киткән граждандарға ғына ҡағыла. Бер үк ваҡытта уларҙың  милкенә арест һалыу ҙа ҡаралған. Яңы закон бер көн элек кенә ғәмәлгә инеүгә ҡарамаҫтан, уның бар ҡәтғилеген үҙ иңендә татыусылар табылды ла инде.  

Законды һанға һуҡмаған был иргә хәҙер йәйәү йөрөргә тура киләсәк. Сөнки уның алимент буйынса бурысы йөҙ мең һумға яҡынлашҡан. Шулай ҙа суд приставтары атай кешенең водитель таныҡлығын тартып алыуын алмай. Әммә бурысҡа батыусы руль артына ултырһа, закон буйынса ул бер йылға автомобилгә идара итеү хоҡуғын юғалта йәки 50 сәғәткә мәжбүри йәмәғәт эштәренә йәлеп ителәсәк.  
Ә бына Линар Сәлимовҡа алимент буйынса 150 мең һумлыҡ бурысы өсөн автомобиленән ҡолаҡ ҡағыу ҡурҡынысы янай.  Приставтар уның транспортын  мисәтләй һәм ул ҡайтанан руль артына  бурысын тулыһынса ҡаплағандан һуң ғына ултыра ала.
Эльвира Кашапова, суд приставы: «Был ир үҙ автомобилен бурыстарын ҡаплағандан һуң ғына ҡайтара аласаҡ. Әгәр ҙә түләргә ашыҡмаған осраҡта транспорт сараһы һатыуға сығарыла».
Суд приставтарының юл-патруль хеҙмәте испекторҙары менән берлектә ойойшторолған рейды артабан да дауам итәсәк. Улар алимент һәм  штрафтарын ваҡытында түләмәүселәрҙе, шулай уҡ матди  зыянды ҡапламаусыларҙы даими тикшереп торасаҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала алимент түләмәүсе 25 меңгә яҡын атай кеше иҫәпләнә. Тағы ла 5-6 мең самаһы граждандандың башҡа категориялар буйынса бурысы йыйылған. Шуға ла закон һағында тороусылар ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр бурыслылар һанын кәметергә ярҙам итәсәк тигән ышаныс белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика