14 сентябрҙә Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө үтте

14 сентябрҙә Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө үтте 15.09.2014

Бөтә илдәге кеүек, Башҡортостанда ла һайлау участкалары киске 8-ҙә ябылды.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан бөгөн иртәнге етелә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, йәкшәмбе көн һайлау участкаларына электорат вәкилдәренең 80 проценттан ашыуы килгән. Айырыуса ҙур әүҙемлек Тәтешле, Илеш, Балтас, Краснокама, Баҡалы, Ауырғазы райондарында билдәләнгән. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала барлығы 3453 һайлау участкаһы эшләне, 22 һайлау кампанияһы үтте. Улар араһында иң мөһиме Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлау ине. Бынан тыш, 43-сө бер мандатлы Краснохолм округы буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм муниципаль совет депутаттарына өҫтәлмә һайлауҙар үтте. Һайлауҙа 6 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнашты. Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостанда тауыш биреүселәр исемлегендә 3 миллион 77 мең 775 кеше теркәлгән. Һайлау Рәсәйҙең 84 төбәгендә, шулай уҡ илдең яңы төбәктәре - Ҡырым Республикаһында һәм Севастополь ҡалаһында ла үтте. Тауыш биреүҙән бары Ингушетия ғына ситтә ҡалған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика