14 сентябрҙәге һайлауға 330 миллион һум аҡса тотоноласаҡ

 14 сентябрҙәге һайлауға 330 миллион һум аҡса тотоноласаҡ 26.06.2014

Был турала Башҡортостанда сәйәси кампанияға әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө кәңәшмәлә белдерелде. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, төбәк комиссиялары рәйестәре, муниципаль берәмектәр советы секретарҙары ҡатнашты.

Был турала Башҡортостанда сәйәси кампанияға әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө кәңәшмәлә белдерелде. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, төбәк комиссиялары рәйестәре, муниципаль берәмектәр советы секретарҙары ҡатнашты. 14 сентябрҙә республикала алдан Президент һайлауҙарынан тыш, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Красный Холм һайлау округына, 6 ҡала һәм 12 муниципаль район буйынса депуттар өсөн тауыш биреү ойошторола. Барлығы 22 һайлау компанияһы.

Был көндә 69 төбәк һәм 3452 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, әле уларҙың барыһында ла мөһим кампанияға әҙерлек башланған, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла, исемлектәр аныҡлана. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн шарттар тыуҙырыла. Планға ярашлы, бар ҡала-район матбуғат баҫмалары һайлау буйынса рубрика асырға тейеш.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку