11 октябрь Башҡортостан төп дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләй 06.10.2016

Ошо дата айҡанлы бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте. Байрамға министрлыҡтар, ведомстволар, урындағы үҙидара етәкселәре, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Йыйылыусыларҙы Республика башлығы тәбрикләп өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы, алда торған маҡсаттарҙы билдәләп үтте.

Тантаналы йыйылыш бар рәсми саралар кеүек аяғүрә баҫып гимн тыңлауҙан башлана, әммә тап ошо байрамда был музыка тағы ла тантаналыраҡ һәм моңлораҡ  яңғырай.  Гимнға тыуған республикабыҙға һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһон һалырға тырыштым,  ике тиҫтәнән ашыу  йыл үтһә лә бер нотаһын да үҙгәртмәҫ инем, ти уның авторы Фәрит Иҙрисов.
Киләсәккә бөгөн ныҡлы нигеҙ һалына, республиканың ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштары бихисап. Ыңғай үҙгәрештәр иҡтисади тармаҡҡа ла социаль өлкәгә лә ҡағыла. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙ Рәсәй буйынса бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡтыҡ. 100-ҙән ашыу мәктәпкәсә учреждение төҙөлөп балалар баҡсаһы менән проблема хәл ителгән, бюджетҡа килем күләме арта.  Яңы медицина обьекттары сафҡа инә, йыл аҙағында Өфөлә Республика перинаталь үҙәге асыла. Ауыл хужалығында ла алға китеш бар, быйыл бураларға 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған. Был ҡаҙаныштарға  төбәктә йәшәгән һәр кешенең хеҙмәте һалынған, тине Рөстәм Хәмитов.
Республика көнөн Башҡортостан ғына түгел ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә билдәләй. Мәҫәлән,  күрше Татарстан башҡорттары был датаға арнап  мәҙәни  саралар, спорт ярыштары үткәрә.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт халҡы татыу тормош көтә. Республика көнө уларҙың барыһы өсөн дә берҙәмлек, дуҫлыҡ байрамына әйләнгән.
Республика  көнөндә  башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауҙан тыш киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәләнә. Башҡортостан алдында артабан да ҙур бурыстар тора.  2020-се йылға 100-ҙән ашыу инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылырға тейеш.  100 йыллыҡ айҡанлы 100 обьектты сафҡа индереү ҡарала. Уларҙы йәмәғәтселек үҙе билдәләргә тейеш.
Тантаналы йыйылыш  байрам концерты менән тамамланды. Тамашала Башҡортостандың бай үткәне лә, ныҡлы бөгөнгөһө лә, ышаныслы киләсәге лә сағылыш тапҡан.  
Башҡортостандың тарихы быуаттар төпкөлөнә  барып тоташа, әле төбәктә 100 йыллыҡты  билдәләүгә ныҡлы әҙерлек бара.  юбилей киләсәк үҫешкә нигеҙ һалырға  һәм  байрам сараларынан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика