11 октябрь Башҡортостан төп дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләй 09.10.2015

Ошо дата айҡанлы бөгөн  Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте.  Байрамға  министрлыҡтар, ведомстволар,  урындағы үҙидара етәкселәре, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Быйылғы тантанала Ҡырым делегацияһы ла ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.  

Был музыка хәҙер һәр кемгә таныш,  бар тантаналар ошо ноталарҙан башлана. Фәрит Иҙрисов Башҡортостандың  символына әйләнәсәк  гимн музыкаһын өс көндә  ижад итә. Тәүҙә ҡушымта, һуңынан башҡа куплеттар тыуа. Тыуған төйәгебеҙҙең бар гүзәллеген һәм уның менән  ғорурлыҡ тойғоһон һалырға тырыштым, ти автор.  
Ошо гимнды  тыңлап үҫкән быуын  хәҙер хаҡлы  рәүештә тыуған төйәге менән ғорурлана.  Ысынлап та, республиканың уңыштары ярайһы. Сәнәғәт предприятиеларының етештереү күләме арта,  төҙөлөш йылдам бара. Беҙ торлаҡ төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡтыҡ.  Социаль тармаҡҡа килгәндә балалар баҡсаһы менән проблема  хәл ителгән. Киләсәктә белем усаҡтарын йыһазландырыу бурысы тора. Йәшәү сифатының яҡшырыуы демография  күрһәткестәрендә лә сағыла.  Был ҡаҙаныштарға республикала йәшәүсе һәр кешенең  хеҙмәте һалынған, тине Рөстәм Хәмитов.
Тантанала  Ҡырым делегацияһы ла ҡатнашты. Ҡунаҡтар Башҡортостан халҡын байрам менән тәбрикләп иң ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика көнөн  айырыуса  ветерандар һәм  ҡәләм оҫталары яҡшы кәйеф менән ҡаршылай, йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булған.
Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт йәшәй. Милләт-ара татыулыҡты республиканың төп ҡаҙанышы тип әйтергә мөмкин. Берҙәм булғанда бар проблемаларҙы хәл итергә мөмкин, ти байрамға килеүселәр.
Тантана республиканың сәхнә оҫталары әҙерләгән бай тамаша менән тамамланды. Программала төбәктә йәшәүсе  милләтттәрҙең  мәҙәни байлығы сағылыш тапҡан.  Тыныс тормош,  үҙ-ара татыулыҡ ошондай иғтибарҙан башлана ла инде.
Республика көнө байрам ғына түгел, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләү мәле лә. Башҡортостан өсөн был йыл уңышлы булды, Шос һәм Брикс саммитарының юғары кимәлдә үтеүе, Бөйөк Еңеүҙең  70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылна арналған күләмле саралар, социаль-иҡтисади тармаҡтағы  юғары күрһәткестәр.  Киләсктә инде республикаға ошо бейеклектән тайпылмай тарихи йылъяҙманы яңы биттәр менән байытыу бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика