1 февралдән пенсия 5,4 процент күләмендә индексациялана 23.01.2017

Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин Мәскәүҙә үткән 16-сы «Берҙәм Рәсәй» партияһы съезында белдерҙе.  

Фирҡәнең сираттағы күләмле осрашыуында өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Төбәк делегаттары, депутаттар, ведомство етәкселәре һәм төрлө кимәл белгестәр йәмғиәтте борсоған һорауҙар буйынса кәңәшләште. Шулай уҡ биш йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Партия етәкселеге билдәләгән курсҡа ярашлы, «Берҙәм Рәсәй» яңырыу кисерә, был Башҡортостан төбәк бүлексәһенә лә ҡағыла.      
Съезға республиканан 18 делегат барҙы. Улар ете темаға арналған фекер алышыу майҙансыҡтары эшендә ҡатнашты. Был партияның беренсел ойошмалары ағзалары өсөн ҙур тәжрибә булып тора. Артабан тап ошо делегаттар «Берҙәм Рәсәй»ҙең сәйәсәтен төбәктәрҙә тормошҡа ашырырға тейеш.  
Съездың икенсе көнөндә «Берҙәм Рәсәй» ағзалары партия етәкселеген һайланы. Дмитрий Медведев йәнә биш йылға фирҡәнең рәйесе итеп тәғәйенләнде, йәшерен тауыш биреү процедураһы аша шулай уҡ фракцияның Юғары һәм Генераль советтары раҫланды. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Рөстәм Хәмитов юғары, ә Константин Толкачев менән Павел Качкаев генераль кәңәшмә органдары составына инде. Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин «Берҙәм Рәсәй»ҙең Үҙәк контроль комисссияһына үтте.



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика