«Әсәлек даны» миҙалы бөгөн тағы 45 ҡатын-ҡыҙға тапшырылды

«Әсәлек даны» миҙалы бөгөн тағы 45  ҡатын-ҡыҙға тапшырылды 15.12.2016

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл зат вәкилдәрен Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.

Залдағыларҙы сәләмәләү телмәрендә ул, әсәләрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булыуын билдәләне. Башҡортостан ишле һәм ныҡлы ғаиләләре менән данлыҡлы. Балаларҙың шат тауышы яңғыраған төбәктең киләсәге әл яҡты. Бүләкләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар әсәлек, балалыҡ һәм аталыҡты яҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен хуплап сығыш яһаны  һәм даими ярҙам күрһәтелгәне өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәрҙең күбеһе биш балаға ғүмер биреү менән бер рәттән эшен дә уңышлы алып бара
Байрамда әсәләргә уңайлы хеҙмәт шарттары булдырған предприятие һәм ойошмалар араһында уҙғарылған республика конкурсына йомғаҡ та яһалды. Еңеүселәр исемлегендә  Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәт  предприятиелары менән бер рәттән бәләкәй ойошмалар ҙа бар. Әсәләргә уңайлы эш шарттары булдырыу социаль сәйәсәтте уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә, тип билдәләнде тантанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика