Һамарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытай халыҡ республикаһы вәкилдәренең осрашыуы үтте

 Һамарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Ҡытай халыҡ республикаһы вәкилдәренең осрашыуы үтте 24.06.2014

Унда ике ил араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Алдан хәбәр ителеүенсә, бынан ике йыл элек Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһы буйы провинциялары төрлө инвестиция проекттары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә килешкәйне.

Унда ике ил араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Алдан хәбәр ителеүенсә, бынан ике йыл элек Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһы буйы провинциялары төрлө инвестиция проекттары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә килешкәйне. Әлеге ваҡытта 100-ҙән ашыу проектты әҙерләү тамамлана. Улар Волга буйы федераль округы һәм Ҡытайҙың айырым төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Ултырышта республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

Әлеге ваҡытта республика менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының дөйөм тауар әйләнеше 700 миллион доллар тәшкил итә. Көҙ айҙарына Рәсәй һәм Башҡортостан эшҡыуарлығы көндәрен уҙғарыу көтөлә. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек үҫешә. Башҡортостан менән Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты алдынан һиҙелерлек артырға тейеш, тине республика Президенты вазифаһын башҡарыусы.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку