RSS
«Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Букаев «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде
Юғары награданы уға республика башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.  Геннадий Букаев хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлай, үҙгәртеп ҡороу осоронда КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетын етәкләй, ә  2000-2004 йылдарҙа - Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар министры, һуңынан республика етәксеһе кәңәшсеһе булып эшләй.
16 / 09 / 2017 214
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Указына ярашлы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле - Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Айнур Шәйнуров икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды
Икенсе Указ нигеҙендә Олег Матыцин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле - Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Олег Матыцин Мәскәүҙә тыуған, уға 47 йәш. Башҡортостан вәкиллегендә 1998 йылдан эшләй. Быға тиклем бүлек етәксеһе вазифаһын үтәгән.
16 / 09 / 2017 198
Өфөлә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы.  
15 / 09 / 2017 269
Республика Башлығы дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы
Документҡа ярашлы, дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, пропагандалау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн Республика Башлығының грантын биреү ҡарала. Шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд ойоштороу тәҡдиме лә индерелгән.  Ә Хөкүмәткә Дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса  дәүләт программаһы  әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
14 / 09 / 2017 242
Бөгөн Республика башлығы йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Рустар соборы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы етәкселәре ҡатнашлығында үткән һөйләшеүҙә  һүҙ Дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү хаҡында  барҙы.  Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, тел темаһы бик нескә  һәм  етди ҡараш талап итә.  
14 / 09 / 2017 181
Өфө һәм Белорет ҡалалары араһында тиҙ йөрөшлө электричка йөрөйәсәк
Ул ике араны ни бары дүрт сәғәттә үтер тип көтөлә. Ғәмәлдәгеһе был юлды кәм тигәндә һигеҙ сәғәттә үтә. Яңы электричка республикаға  туристар килеүен бермә-бер арттырыуы ихтимал. Һәр хәлдә төбәктә туризмды үҫтереү программаһын төҙөүселәр шулай тип ышана.
13 / 09 / 2017 245
Республика башлығы «Туғанлыҡ» фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты
Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәлә һүҙ төрки телле театр фестиваленең әһәмиәте,  киләсәккә бурыстар хаҡында барҙы. Сараның положениеһына үҙгәрештәр индереү, милли театрҙарҙың фестивален ойоштороу тәҡдимдәре яңғыраны. Хәбәр итеүебеҙсә «Туғанлыҡ» фестивале 6-сы тапҡыр ойошторола, быйыл унда Хакас, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Әзербайжан, Ҡабарҙы-Балҡар, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Татарстан һәм донъяның башҡа төбәктәренән төрки телле театрҙар йыйылды.
12 / 09 / 2017 179
Уҙған йәкшәмбе республикала үткән муниципаль һайлауҙарҙа 89 мең 640 кеше ҡатнашҡан
Был исемлеккә индерелгән халыҡтың 52 проценты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм тауыш биреү көнөндә Бөрө менән Белорет ҡалалары, Өфө районы Йоматау ауылы советтары һайланды, башҡа район-ҡалаларҙа буш мандаттар өсөн өҫтәлмә тауыш биреүҙәр үтте.  
11 / 09 / 2017 175
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты советы ултырышы үтте
Йыйылышта республикала дәүләт һәм башҡа телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү, үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
06 / 09 / 2017 158
Гонконг эшҡыуарҙары Башҡортостан биләмәһендә эшҡыуарлыҡ проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен өйрәнә
Бөгөн республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Ҡытайға эш сәфәре барышында сит ил партнерҙары менән бер нисә эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Атап әйткәндә, ул Гонконгтың сауҙа үҫеше буйынса совет етәксеһе урынбаҫары Раймонд Йип, сауҙа һәм иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Бернард Чан менән осрашты.  
05 / 09 / 2017 202
Ғаилә сәйәсәте менән ун биш кеше шөғөлләнәсәк
Бөгөн яңы барлыҡҡа килгән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының структураһы Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды.
05 / 09 / 2017 213
Ҡытайҙа БРИКС илдәре саммиты тамамланды
Төрлө илдәрҙең лидерҙары осрашыуынан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, БРИКС банкы бер нисә күләмле инвестиция проекттарын, шул иҫәптән Рәсәйҙең өс төҙөлөшөн финанслаясаҡ.
05 / 09 / 2017 190
Ҡытайҙа үткән бизнес-форумда Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәре күрһәтелде
Сара ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты алдынан үтте. Унда төрлө илдәрҙән меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Башҡортостан делегацияһын республиканың Иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков етәкләй. Ул форумда ҡатнашыусыларға төбәктең транспорт логистикаһы мөмкинлектәре, иҡтисади күрһәткестәр һәм Башҡортостандың рейтингтары хаҡында һөйләне.
04 / 09 / 2017 199
Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда ғаилә министрлығы барлыҡҡа килде
Дөрөҫ, яңы ведомство түгел.  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  вәкәләттәре генә арттырылды. Хәҙер Ленара Иванова етәкләгән министрлыҡ ғаилә сәйәсәте менән дә шөғөлләнәсәк. Йәмғиәттең нигеҙе булыусы ғаилә проблемалары менән шөғөлләнеүсе ведомство илдә яңылыҡ түгел.
03 / 09 / 2017 255
Республика Башлығы Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы
«Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе исламдағы иң мөһим байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйете менән ысын йөрәктән ҡотлайым. Мәккәгә хаж ҡылыу тамамланғандан һуң билдәләнгән байрам исламдың юғары әхләҡи ҡиммәттәрен, мәрхәмәтлекте һәм изгелекте, тыныслыҡты һәм уйҙарҙың таҙалығын сағылдыра. Мохтаждарға ярҙам итергә, шәфҡәтлелек ҡылырға өйрәтә».
01 / 09 / 2017 250
Рәсәйҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге Европа илдәренекенә ҡарағанда, күпкә түбән
Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев алдынғы проекттар һәм стратегик үҫеш мәсәләләренә арналған президиум ултырышында белдерҙе.
30 / 08 / 2017 239
Төбәктәрҙең спиртлы шыйыҡсалар әйләнешен күҙәтеү буйынса вәкәләттәре арта
Ил хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының ошо туралағы закон проектын хупланы. Константин Толкачев әйтеүенсә, был башланғыс менән республика парламенты тиҫтә йылдан ашыу сығыш яһай. Ләкин ошоға тиклем закон проекты тейешенсә баһаланманы. Ниһайәт, был документ хуплау тапты.
30 / 08 / 2017 256
Башҡортостанда йорттарҙың 81 проценты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған
Ҡалаларҙа  иһә был күрһәткес 90 проценттан да ашып киткән. Был һөҙөмтәләр республиканың газ тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге.
30 / 08 / 2017 206
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаның һуңғы этабы тамамланыуға ике көн ваҡыт ҡалды
Биш йыл буйы ғәмәлгә ашырылған программа сиктәрендә республикала 28 меңдәң ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Финанслау күләме 14 мииллиард һумдан ашыу, уның  яртыһы тиерлек республика ҡаҙнаһынан. Ҡалғанын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан һәм урындағы бюджеттарҙан. Программала барлығы 52 муниципаль берәмек ҡатнашты. Өфөнөң  Киров районында, Кузнецов Затоны биҫтәһендә һалынған күп ҡатлы йорттарҙы, төҙөлөш сифатын бөгөн  Башҡортостан Башлығы ла тикшерҙе.
29 / 08 / 2017 247
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Указына ярашлы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелде
Яңы ведомство төбәктә ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыу маҡсатында ойошторола, тип хәбәр ителә рәсми документта. Министрлыҡҡа яңы дәүләт органы положениеһын әҙерләргә һәм ведомствола ғаилә мәсьәләләре буйынса идаралыҡ ойошторорға ҡушылды. Республикала ғаилә министрлығын булдырыу тәҡдиме быйыл мартта Рөстәм Хәмитовтың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуында яңғырағайны.
29 / 08 / 2017 243

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 64 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика