Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл 19.12.2016

Оло датаға арналған сара бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Бөйөк композиторҙың әҫәрҙәренән  тупланған тамашаға Заһир Ғарип улының уҡыусылары,  хеҙмәттәштәре  һәм  мәшһүр сәнғәт әһеленең ижадына  ғашиҡ тамашасылар йыйылды.  

Бөйөк композитор, башҡорт операһына нигеҙ һалыусы,  Республикала сәнғәт уҡыу йорттарын ойоштороусы. Заһир Исғилев бар ғүмерен мәҙәниәткә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ул опера, симфония, хор музыкаһын үҫтереүгә күп көс һала. Әммә ниндәй генә жарҙа эшләһә лә, Заһир Исмәғилев үҙ асылына тоғро ҡала, композиторҙың ижад емештәре тыуған илен, тарихын һәм батырҙарын данлай.
Заһир Исмәғилев  Өфө дәүләт сәнғәт институтын,  балалар музыка мәктәбен ойоштороусы ла булып тора. Оҙаҡ йылдар  ректор вазифаһын да үтәй,  композиторҙар союзын да етәкләй.  Тик ябайлығын, кешелеклеген юғалтмай, барыһы өсөн дә изге күңелле остаз, ижадҡа илһамландырыусы булып ҡала.
300-ҙән ашыу йыр һәм романс авторы. Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре бөгөн дә тамашасыны тетрәндерә, әрнетә, илһамландыра. Композиторҙың Салауат Юлаевы иһә бөгөн  дә профессиональ сәнғәт өлгөһө, юғары башҡарыу оҫталығының күрһәткесе булып ҡала. Минең өсөн был образ оло яуаплылылыҡ, ти  төп ролде башкарыусы Илһам Вәлиев.
Бөгөнгө  хәтер һәм моң кисәһендә  күренекле композиторҙың тиҫтәнән ашыу әҫәре яңғыраны. Әммә бер кисәлә генә Заһир Исмәғилевтың бар ижадына байҡау яһау мөмкин түгел.  Уның әҫәрҙәрендә уҙған быуатта милли сәнғәтебеҙ үҫешенең тулы  сағылышы ята.  
Тауҙарҙың бейеклеге йыраҡ киткән һайын яҡшыраҡ күренгән һымаҡ, Заһир Исмәғилевтың  бөйөклөгөн дә йылдар үткән һайын  нығыраҡ аңлайбыҙ. Мәшһүр композитор үҙенең исемен ил  тарихына мәңгелек моңдары менән яҙҙы. Был әҫәрҙән һаман яңығырай, сәхәнән төшмәй икән, тимәк, Заһир Исмәғилев та беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика