Йырлы фонтан 14.09.2015

Бөгөн капиталь ремонттан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр йорто алдындағы фонтан асылды. 50-се йылдарҙа төҙөлгән фонтандың тирә-яғын хәҙер  танырлыҡ та түгел .  

Төҙөкләндерелгәндән һуң асылған фонтан  сағыу төҫтәрҙә  балҡыны. Фонтандан урғылған һыу музыка тактына бейей. Алдағы йылда  үҙенсәлекле архитектура объектына нигеҙ һалыуға 60 йыл тула. Бөгөнгө күркәмлеге менән ул Орджоникидзе паркын тағы ла нығыраҡ йәмләй.
1956 йылдан алып фонтан бер-нисә тапҡыр төҙөкләндерелә. Иң тәүҙә уынң тирә-яғы диаметры алты метрлыҡ түңәрәк формаһында була. 70-се йылдарҙа уны оҙонлоғо ун метрға еткән дүрт мөйөш урата. Ул саҡтағы Өфөнө хәтерләүселәр күңеленә   ул тап ошо рәүештә уйылған.
Капиталь ремонт барышында фонтандың инженер селтәрҙәре, нигеҙе яңыртылған. Тирә-яғына мәрмәр плиталар түшәлгән һәм  лазер яҡтыртҡыстар ҡуйылған.  Тап улар ярҙамында бында  төрлө төҫтәге уттар балҡый.
Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр йорто алдында тағы ла бер иҫтәлекле урын - ҡапма-ҡаршы урынлашҡан һигеҙ ҡатлы йорттарҙа ла әле төҙөкләндереү эштәре бара. Уларҙың стеналарына һылап яһалған һындар яңынан элекке хәленә ҡайтарыла. Киләсәктә шулай уҡ  паркта өҫтәмә яҡтылыҡ үткәреү ҡаралған. Киләһе йыл билдәләнәсәк юбилейын  Черниковка биҫтәһенең иң ҡупшы  фонтаны лайыҡлы ҡаршылай.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика